ТОРЛАҠ ТӨҘӨЛӨШӨ ФОНДЫ, ДУП. Торлаҡ һәм уға бәйле объекттар төҙөлөшөнөң инвесторы, заказсы‑төҙөүсеһе, генераль подрядсыһы функцияларын үтәй; торлаҡ төҙөлөшөн финанслай; һәр кем алырлыҡ торлаҡ баҙарын формалаштырыуға, йорттар төҙөүҙең производство базаһын үҫтереүгә, яңы технологияларҙы, фән һәм техника ҡаҙаныштарын индереүгә һ.б. булышлыҡ итә. Өфөлә урынлашҡан. Респ. бөтә ҡалалары һәм райондарында эшләй. 2010 й. 160 кеше эшләгән; устав фонды күләме — 235,5 млн һум. 1997 й. Башҡортостан Республикаһы Президенты эргәһендә Торлаҡ төҙөлөшө фонды булараҡ ойошторола, 2004 й. алып БР‑ҙың Торлаҡ төҙөлөшө фонды исемен һәм хәҙ. статусын йөрөтә.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.