ФОМИЧЁВ, Өфө р‑нындағы ауыл, Булгаков а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 36 км һәм Өршәк т. юл ст. К.-Көнс. табан 21 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 160 кеше; 1920 — 236; 1939 — 449; 1959 — 218; 1989 — 118; 2002 — 211; 2010 — 234 кеше. Урыҫтар, украиндар, татарҙар, мордвалар йәшәй (2002).

Ауылға 19 б. 1‑се ярт. Өфө өйәҙендә нигеҙ һалына. Шулай уҡ Никольский, Фомичёвка исемдәре м‑н теркәлгән. 1865 й. 22 йортта 142 кеше йәшәгән. Игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1992—2004 йй. Өфө ҡ. составында булған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.