ФОМИТОПСИС (Fomitopsis), базидиомицеттар класының афиллофор һымаҡтар тәртибенә ҡараған бәшмәктәр заты. Бер нисә тиҫтә төрө билдәле, киң таралған. БР‑ҙа яҡынса 5 төрө бар. Емешлек тәндәре күп йыллыҡ, йәйенке йәки йәйенке-ҡайтарылмалы, ултырма, тояҡ формаһында, ҡалын, һирәгерәк нескә (ҡалынлығы яҡынса 1 см), кигермәк йәки ҡалын тиресәле-кигермәк. Эшләпәһенең өҫкө йөҙө бураҙналы, ваҡ йыйырсыҡлы, һиҙелерлек йәки асыҡ булмаған зоналар м‑н, төрлө төҫтәге ҡабыҡ м‑н ҡапланған. Туҡымаһы аҡ, асыҡ йәки сағыу төҫтә, балауыҙ рәүешле, сүсле, ағас һымаҡ ҡаты, итләс. Гименофоры ҡатламлы, көпшәле, йыл һайын үҫә; күҙәнәктәре ваҡ. Споралары төрлө формала, эре түгел, ҡалын йәки йоҡа көплө, нигеҙендә һуҙылған йәки ҡыҫҡартылған, төҫһөҙ тиерлек, шыма тышсалы, һирәк осраҡта амил йәки декстриноид рәүешле. Ф. башлыса ҡороған үҙағаста үҫә; тамырҙарҙа һоро, тамыр губкаһы (ылыҫлы тоҡомдар паразиты) коррозион типтағы сыбар серек тыуҙыра. Дарыу Ф. составында биологик актив матдәләр — агарицин к‑таһы бар.

 

Г.Ғ.Ҡужәхмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018