ФОМА (Phoma), сферопсид һымаҡтар тәртибенә ҡараған дейтеромицеттар заты. Яҡынса 200 төрө билдәле, киң таралған. БР‑ҙа бер нисә тиҫтә төрө бар. Пикнидалары шар, эллипс формаһында, субстратҡа күмелгән, ҡайһы берҙә сығып тора, ябай поруслы йәки конус формаһындағы имсә рәүешле ауыҙсалы; көптәре ҡара төҫтә, нескә, параплектенхим. Конидия биргестәре ябай, радиаль урынлашҡан йәки бөтөнләй юҡ. Конидиялары бер күҙәнәкле, төҫһөҙ, һирәк осраҡта һарғылт төҫтә, йомортҡа, цилиндр формаһында, тура йәки бөгөлгән; пикнидаларҙа лайлаға батҡан һәм ул ҡабарғанда тышҡа сыға. Күпселек төрҙәре — сапрофиттар йәки факультатив паразиттар (тамыр Ф. һәм сөгөлдөр Ф. азотты фиксациялауға һәләтле), уларҙың йәшәү циклының бер өлөшө тере үҫемлектәрҙә үтә. Респ. ваҡ Ф. (46 ғаиләгә ҡараған үҫемлектәрҙә паразит булып йәшәй), лингам Ф., сөгөлдөр Ф., укроп Ф. (үҫемлектәрҙең вегетатив өлөштәренә зыян килтерә) киң таралған. Күп төрҙәре иген, йәшелсә культураларының һ.б. паразиттары булып тора, фомоз ауырыуҙарын тыуҙыра. Ф. ҡайһы бер төрҙәре буяу ҡаплауҙарын, бетонды һ.б. зарарлай.

М.Ю.Шәрипова

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.