ФЛЮОРИТ (лат. Fluorum — фтор), плавик шпаты, фторидтар класы минералы, CaF2. Составына ерҙә һирәк элементтар ҡушылмалары инә. Кристалдары куб, октаэдр формаһында. Айырым кристалдар, ҡушылмалар, друзалар, бөртөклө, бағаналы, сүсле агрегаттар рәүешендә осрай. Ф. тупраҡлы төрө — ратовкит. Үтә күренмәле, ярым үтә күренмәле, төҫһөҙ, йәшел, шәмәхә, һары һ.б. төҫтә, быяла кеүек ялтыр. Ҡатылығы 4, тығыҙлығы 3180 кг/м3, йәбешкәнлеге камил. Төрлө сығышлы, айырыуса гидротермаль, ятҡылыҡтарҙа киң таралған минерал; ш. уҡ ултырма тоҡомдар тупланғанда һәм вулканизм ваҡытында барлыҡҡа килә. Ҡара металлургияла флюс сифатында, электродтар, яһалма криолит, плавик к‑таһы һәм фторҙың башҡа берләшмәләрен алыу өсөн ҡулланыла. Ф. үтә күренмәле төрҙәре — оптик сеймал. Коллекция һәм биҙәү ташы итеп файҙаланыла. Башҡортостандың платформалы өлөшөндәге аҫҡы һәм өҫкө пермдең ултырма ҡатламдарында осрай; көңгөр ярусының ирен свитаһында тау тоҡомдарының 30%‑ын тәшкил итеүе мөмкин. Башҡорт мегантиклинорийы сиктәрендә Соран флюорит ятҡылығы, аҫҡы рифей тоҡомдарына ҡараған бер нисә мәғдән сығанағы билдәле.

А.А.Алексеев

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Илл.: Флюорит. Соран ятҡылығы. Белорет р‑ны

 

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика