ФЛОРИСТИКА, 1) Ер һәм уның өлөштәренең флораһын өйрәнеүсе ботаника бүлеге. Ф. төп маҡсаты – флораның төр составын асыҡлау (инвентаризация), өйрәнелеүсе терр‑яны маршрутлы тикшереү барышында билдәләнә. Мәғлүмәтте документлаштырыу ысулы — гербарийҙар йыйыуҙы башҡарыу. Тәү сиратта флора абориген (урындағы) һәм адвентив (ситтән килтерелгән) фракцияларға бүленә. Систематик анализда төр, зат һәм ғаилә һаны, төрҙәрҙең юғары ранг таксономик категориялары (бүлектәр, кластар) араһында бүленеше һ.б.; экологик анализда — төрҙәр дымға, тупраҡтың әселегенә һ.б. мөнәсәбәте; ценотик анализда — үҫемлектәр донъяһының йәки үҫемлек төркөмдәренең төп типтарына тура килеүе; геогр. (хорологик) — ареалдар типтары; биол. — йәшәү формалары (ағас, ҡыуаҡлыҡтар, күп йыллыҡ үләндәр һ.б.; Х.Раункиер классификацияһына ярашлы рәүештә: гемикрипто‑, теро‑, фанерофиттар һ.б.), туҡланыу ысулы б‑са (автотрофтар, гетеротрофтар, паразит үҫемлектәр һ.б.) билдәләнә. Өйрәнелеүсе флораларҙа үҫемлектәрҙең һирәк төрҙәре, реликттар, эндемиктар ҡарала, мал аҙығы үҫемлектәре, дарыу үҫемлектәре, баллы үҫемлектәр һ.б. булыуы айырым өйрәнелә. Флораның адвентив компоненты индерелеү ваҡыты һәм ысулы, төрҙәрҙең натуралашыу кимәле б‑са анализлана. Эндемик таксондарҙы һәм уларҙың флораһының барлыҡҡа килеү тарихын барлау өсөн флористик районлаштырыу үткәрелә, унда иң эре берәмектәр булып Голарктик, Палео‑, Неотропик батшалыҡтар тора.

2) Тере, консервацияланған, ҡоро үҫемлек материалдарынан (япраҡ, сәскә, емеш һ.б.) флористик эштәр(буклет, коллаж, панно һ.б.) яһаусы биҙәүҡулланма сәнғәте төрө. Башҡортостанда Ф. өлкәһендә тикшеренеүҙәр 20 б. 2‑се ярт. алып Ботаника баҡса‑институтында (Л.Н.Миронова, Л.С.Никитина, В.П.Путенихин, З.Н.Сөләймәнова һ.б.), БДУ‑ла (З.Н.Сәйфуллина), БДПУ‑ла (З.Н.Дорошева, Н.В.Суханова) һ.б. алып барыла. Ф. техникаһын эшләү 20 б. 2‑се ярт. “Башҡортостан сәскәләре” пр‑тиеһында, Урман хужалығы техникумында, “Флоранж” ЯСЙ‑нда (Өфө) һ.б. үҫеш ала.

Әҙәб.: Тахтаджян А.Л. Флористические области Земли. Л., 1978; Эколого‑географический анализ флоры Республики Башкортостан/ Р.Г.Минибаев [и др.]. Уфа, 1995; Флора и растительность Южно‑Уральского государственного природного заповедника. Уфа, 2008.

А.Ә.Мулдашев, С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика