ФЛОКС (Phlox), фаягөл һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 50 төрө билдәле, Төньяҡ Америкала, себер Ф. — Евразияла (ш. уҡ һирәкләп Башҡортостанда ла осрай) таралған. Кәҫлектәр барлыҡҡа килтереүсе күп йыллыҡ төклө үлән. Һабағы күп һанлы, йәйелеүсән йәки күтәрелеүсән, бейеклеге 5—15 см. Япрағы сиратлы, ваҡ, ҡыяҡлы, осло, ситтәре оҙон төклө, остары бер аҙ һалынҡы; аҫҡылары тиҙ һулыусан. Сәскәһе хуш еҫле, эре, яңғыҙар, һабаҡ остарында урынлашҡан, тажы асыҡ ал, ҡайһы берҙә аҡ төҫтә, каса япраҡсаһынан ике тапҡыр оҙонораҡ. Июлдә сәскә ата. Емеше — овал ҡумта, июль аҙ.—авг. өлгөрә. Далала, ҡоро болондарҙа, ташлы битләүҙәрҙә үҫә; һирәкләп Әбйәлил, Баймаҡ, Дәүләкән (Асылыкүл тирә‑яғы), Дыуан (Таҙтүбә тауы) һәм Учалы р‑ндарында осрай. Ф. күп төрҙәре — декоратив үҫемлектәр. Республикала йәшелләндереүҙә һәм ҡырҡып алыу өсөн Друммонд Ф., һепертке Ф. һәм беҙ рәүешле Ф. күп һанлы сорттары ҡулланыла. Реликт себер Ф. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Илл.: Себер флоксы (Phlox sibirica)

С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика