ФЛАГТАР (голл. — vlag), ҡабул ителгән төҫтәге, формалағы, ҙурлыҡтағы, тейешле эмблемалары һәм яҙыуҙары булған туҡыма киҫәге. Дәүләт, төбәк, ҡала һ.б. символы һәм билдәһе. Тәғәйенләнеше б‑са танытыу (дәүләт, милли, халыҡ-ара, ведомство, биләмәләр, корпоратив, вазифа, ваҡиға), сигнал һәм декоратив Ф. була. Ф. өйрәнеү м‑н вексиллология фәне шөғөлләнә. Башҡорт хөкүмәте 1918 й. 20 авг. Башҡортостандың милли Ф. раҫлау т‑да фарман сығара (ҡара: Бәләкәй Башҡортостан). Ул күк (төрки халыҡтарҙың традицион төҫө), йәшел (ислам) һәм аҡ (тыныслыҡ һәм именлек символы) төҫтәге өс буйҙан торған. БашҮБК‑ның 1924 й. 11 окт. ҡарары м‑н ҡыҙыл төҫтәге, өҫтә, һабы янында алтын ураҡ м‑н сүкеш, уның өҫтөндә алтын м‑н сигелгән биш мөйөшлө ҡыҙыл йондоҙо булған БАССР Ф. раҫлана. 1938 й. Ф. өҫкө һул мөйөшөндә “РСФСР”, унан аҫтараҡ урыҫ һәм башҡ. телендә “Башҡорт АССР‑ы” тигән яҙыу ҡуйыла; 1954 й. Ф. һабы эргәһенә зәңгәр вертикаль һыҙыҡ өҫтәлә. БР‑ҙа дәүләт флагы, ҡала, район Ф. һәм гербтары (ҡара: Район һәм ҡалалар символикаһы, Дәүләт символикаһы) раҫланған.

Әҙәб.: Рахимов Р.Н. О надписи на “Башкирском знамени 1813 года” //Археография Южного Урала: материалы VI Межрегион. науч.‑практ. конф. Уфа, 2006; Башкортостан. Государственные символы и символика городов и районов. Уфа, 2007.

Р.Н.Рәхимов

Тәрж. М.Х.Хужин

Илл.: Башҡортостан флагтары

 

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика