ФИТОФТОРОЗДАР, үҫемлектәрҙең фитофтора заты бәшмәктәре тыуҙырған инфекцион ауырыуҙары. Бөтә ерҙә осрай. Башҡортостанда иң зыян килтергәне — картуф Ф. Япраҡ, һабаҡ һәм бүлбеләрҙә, төрлө ҙурлыҡтағы тиҙ таралған көрән таптар барлыҡҡа килә. Бүлбене ҡырҡҡанда ситенән үҙәккә табан телсәләр рәүешендә таралған итсә туттары күренә. Зарарланған үҫемлектәрҙә, айырыуса бүлбе барлыҡҡа килеү осоронда, япраҡтарҙың үҙләштереү һәләте кәмей, туҡлыҡлы матдәләр барлыҡҡа килеү һәм тупланыу процесы боҙола. Дымлы шарттарҙа япраҡтың аҫтында тыуҙырыусы спора осороп һорғолт үрмәксе ауына оҡшаш ҡуныҡ барлыҡҡа килә. Бүлбеләр зооспоралар таралған зарарланған һабаҡ йәки тупраҡ аша зарарлана. Фитофтораның үтеп инеүенә ваҡ йәрәхәттәр булышлыҡ итә. Тыуҙырыусы бүлбеләрҙә мицелий рәүешендә ҡышлай. Ф. арҡаһында картуф уңышын юғалтыу 70% һәм унан күберәк булыуы мөмкин. Көрәш саралары: Ф. бирешмәй торған сорттар үҫтереү, картуф ултыртмаларын башҡа эт ҡарағаты һымаҡтарҙан айырып ултыртыу, уны фунгицидтар м‑н эшкәртеү, фосфор-калий ашламаларының арттырылған дозаларын индереү, уңышты ҡоро көндә йыйыу һ.б. Башҡортостанда 70‑се йй. алып Ф. өйрәнеү һәм уларға ҡаршы агротехник, химик һәм биол. көрәш сараларын эшләү Ауыл хужалығы институтында (Р.Н.Камалетдинова, А.А.Мейер, М.Й.Миңлекәев, А.М. Ямалиев), Аграр университетта (А.Д. Андрианов, Д.А.Андрианов, М.М.Ғәниев, В.Д.Недорезков) алып барыла.

Әҙәб.: Г а н и е в М.М., С и б и р я к Л.А. Организация защиты кормовых и технических культур. Уфа, 1988; Г а н и е в М.М., Н е д о р е з к о в В.Д., Г а н и е в Р.М. Защита полевых культур. Уфа, 2003.

М.М.Ғәниев

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

 

Текст на русском языке