ФИТОФТОРА (Phytophthora), оомицеттар класының пероноспоралылар тәртибенә ҡараған түбән төҙөлөшлө бәшмәк заты. Яҡынса 70 төрө билдәле, киң таралған. БР‑ҙа бер нисә тиҫтә төрө бар. Мицелийҙары яҡшы үҫешкән, йыуан, аҡ төҫтә, үрмәксе ауы һымаҡ, хужа-үҫемлектең күҙәнәк араларында урынлаша, гаусториялар барлыҡҡа килтерә. Спорангия биргестәре симподиаль рәүештә тарбаҡланған, япраҡ аҫтында ауыҙсалар аша сығып тора, үҫемлектең зарарланған өлөшөнөң таптары тирәләй аҡ төҫтәге ҡуныҡ барлыҡҡа килтерә. Зооспорангиялары лимон, шар, йомортҡа формаһында, осонда имсәһе бар (ҡайһы берҙәрендә асылыусан бәләкәй ҡапҡас м‑н); ҡайһы берҙә гиф м‑н ҡаплана ала. Зооспорангияларҙан зооспоралар айырым барлыҡҡа килә, һирәк осраҡта дөйөм ҡыуыҡ м‑н ҡаплана; тупраҡ һыуҙары ярҙамында тарала. Ф. – гетероталлик бәшмәк. Күп ҡатмарлы төҙөлөшлө үҫемлектәрҙең облигат паразиттары. Ҡайһы бер төрҙәре төрлө а.‑х. культураларының фитофтороздарын тыуҙырыусы булып тора.

И.Е.Дубовик

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика