ФИТОДИЗАЙН (фито... һәм дизайн), интерьерҙарҙы биҙәгәндә, биналарҙы йәшелләндергәндә, ҡышҡы баҡсалар һәм баҡса‑парк ландшафтары яһағанда үҫемлек композицияларын төҙөү. Тере һәм яһалма үҫемлектәр, ҡоро сәскәләр, ҡырҡып алынған сәскәләрҙән композициялар, ш. уҡ ошо варианттарҙың комбинациялары ҡулланыла. Үҫемлек композицияларын төҙөү берҙәмлек (бүленмәүсәнлек, барлыҡ элементтарҙың бәйләнеше, үҙ‑ара ярашыусанлығы һәм композицияның ҡабатланмаусанлығы м‑н ҡылыҡһырлана), типиклаштырыу (образдың нәфислеге, арауыҡта һәм ваҡытта хәрәкәт тойолоуы, яңылығы), контрастар (күләм һәм яҫылыҡ, асыҡ һәм ҡараңғы төҫтәр, яҡтылыҡ һәм күләгә һ.б. композицияның баҙыҡлығын билдәләй), буйһонғанлыҡ (күләм, төҫ, яҡтылыҡ, тон, форма нисбәте, ритм һәм пластиканы, хәрәкәт йәки сағыштырмаса тынлыҡ хәлен, симметрия йәки асимметрияны күрһәтеү, барлыҡ компоненттар ҙурлығының композиция үлсәмдәренә нисбәтен билдәләү һ.б.) ҡанундарын белеүгә нигеҙләнә. Ф. биол., экологик үҙенсәлектәрен, декоратив сифаттарын иҫәпкә алып тере үҫемлектәрҙе ҡулланыу биналарҙа һауа составы яҡшырыуына (саң һәм углекислый газды йота, һауаны кислород һәм фитонцидтар м‑н байыта), хеҙмәт эшмәкәрлеге һәм ял өсөн уңайлы шарттар булдырыуға булышлыҡ итә. Интерьерҙа микроклимат шарттары уларҙың тәбиғи йәшәү шарттарына яҡын булған үҫемлектәр уңышлы үҫә. Республикала Ф. б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 20 б. 50‑се йй. Ботаника баҡса‑институтында (О.А.Кравченко, Р.И.Рогова, А.С.Сахарова һ.б.) башлана. 80‑се йй. алып гибрид декоратив үҫемлектәрҙең морфогенетик потенциялары һәм клональ микроүрсеү технологиялары өйрәнелә (Р.К.Байбурина, А.А.Зарипова һ.б.), Ф. ҡулланыу өсөн үлән һәм ағас‑ҡыуаҡ үҫемлектәре ассортименты эшләнә (Р.В.Вафин, Л.Н.Миронова, Л.С.Никитина, В.П.Путенихин, З.Н.Сөләймәнова һ.б.). Ф. өлкәһендә тикшеренеүҙәр Башҡорт дәүләт университетында (Р.Р.Түрйәнова, И.Й.Усманов һ.б.), Педагогия университетында (Н.В.Суханова), Урман хужалығы техникумында (Ф.В.Садиҡова) һ.б. алып барыла, унда ш. уҡ дизайнерҙарҙы әҙерләү тормошҡа ашырыла.

Әҙәб.: Итоги интродукции и селекции декоративных травянистых растений в Республике Башкортостан. В 2 ч. Ч. 1. Класс двудольные. М., 2006; Ландшафтное проектирование, озеленение и благоустройство. Уфа, 2007.

Л.С.Никитина

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика