БАЛА ТАБЫУ ЙОРТТАРЫ, ауырлы ҡатындарға бала тапҡансы, бала тапҡанда һәм бала тапҡандан һуңғы осорҙа, ш. уҡ яңы тыуған балаларға квалификациялы мед. ярҙамы күрһәтеүсе стационар тибындағы дауалау‑иҫкәртеү учреждениелары. Үҙ аллы йәки күп йүнәлешле һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының структура бүлеге булараҡ эшләй. Б.т.й. дөйөм һәм махсус (йөрәк, бөйөр ауырыулы, эндокрин патологиялы, резус‑конфликтлы ауырлы, ауыры төшөү ҡурҡынысы булған һ.б. ҡатындар өсөн) төрҙәргә айыралар. Физиол. (ҡабул итеү, бала табыу, бала тапҡандан һуңғы, яңы тыуғандар), күҙәтеү (ҡабул итеү һәм сығарыу бүлмәһе, бала табыу һәм изоляция блоктары, бала тапҡандан һуңғы һәм яңы тыуғандар өсөн палаталар), ауырлыларҙың патологияһы, диагностика һ.б. бүлектәре бар; Б.т.й. күбеһендә ҡатын‑ҡыҙҙар консультациялары эшләй. Өфөлә беренсе Б.т.й. 1910 й. асыла, 1923—24 йй. әсәлек һәм балалыҡты һаҡлау учреждениелары, әсә һәм бала йорттары, ауырлы ҡатындар өсөн консультациялар ойошторола (ҡара: Әсәлек һәм балалыҡты һаҡлау).

Башҡортостанда ауырлылар һәм бала табыусылар өсөн 1913 й. — 134 койка, 1940 — 1076, 1960 — 3277, 1965 4181 акушер‑гинекологик койка булған; ауырлыларға уларҙың экстрагениталь патологияһын иҫәпкә алмайынса мед. ярҙамы күрһәтелгән; ауыл ерендә стационарҙа бала табырға ярҙам итеү 61% тәшкил иткән. 70—80‑се йй. Өфөлә махсуслаштырылған Б.т.й. (йөрәк‑ҡан тамырҙары, эндокрин системаһы патологиялары һәм резус‑конфликт хәлендәге ҡатындар өсөн) асыла. 1995 й. алып ҡайһы бер Б.т.й. индивидуаль бала табыу залдары булдырыла, әсә һәм баланың бергә булыуы ғәмәлгә индерелә башлай. 2009 й. респ. 4 үҙ аллы Б.т.й. (Өфөлә 3‑сө, 4‑се, Белорет һәм Салауат ҡҡ.), 10 күп профилле ҡала дауалау‑иҫкәртеү учреждениеһында һәм бөтә үҙәк район дауаханаларында тиерлек акушер бүлектәре, Респ. перинаталь үҙәге эшләй (ҡара: Медицина үҙәктәре).

А.А.Афанасьев

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика