ФИТОГОРМОНДАР (фито... һәм гормондар), ү ҫ е м л е к т ә р ҙ е ң г о р м о н д а р ы, үҫемлектәрҙең бер өлөшөндә микрокүләмдәрҙә синтезланған һәм икенсе өлөшкә күскән органик берләшмәләр, үҫеү һәм форма барлыҡҡа килтереү процестарын көйләй. Хайуандарҙың гормондарынан айырмалы рәүештә, синтезланған урындарҙа эшләй ала. Классик Ф. абсциз к‑таһы, ауксиндар, брассиностероидтар, гиббереллиндар, цитокининдар, этилен инә. Полифункциональ (йәшәү эшмәкәрлегенең күп физиол. процестарын көйләй), юғары үҙенсәлеккә эйә (күҙәнәктең реакцияһы уның Ф. ҡарата компетентлығы б‑са билдәләнә). Ф. өсөн ш. уҡ синергизм, әүҙемлеге аҙ булған һәм запас формаларға күсеү һәләте хас. Үҫемлектәрҙең ағзалары һәм туҡымалары үҫешенең һәр фазаһы тышҡы шарттар үҙгәреүенә һиҙгер Ф. концентрацияһы нисбәте м‑н ҡылыҡһырлана. Баланстағы күсештәр үҫеш процестарының интенсивлығында һәм үҫемлектәрҙең продуктлылығында сағыла. Ф. физиол. һәм морфогенетик программаларҙы гормональ көйләүҙең берҙәм системаһына берләштерелгән, үҫемлек күҙәнәктәренең, туҡымаларының һәм ағзаларының үҙ‑ара тәьҫирен яраштыра. Башҡортостанда Ф. эшмәкәрлегенең молекуляр механизмдарын өйрәнеү 20 б. 80‑се йй. уртаһынан тормошҡа ашырыла. Башҡорт дәүләт университетында (С.Ю.Веселов һ.б. етәкселегендә), Биология институтында (Г.Р.Ҡоҙаярова), Биохимия һәм генетика институтында (Ф.М.Шакирова һ.б.) төрлө культураларҙың үҫеүе, үҫеше һәм тирә‑яҡ мөхиттең төрлө насар факторҙарына ҡаршы тороусанлығын көйләүҙә Ф. роле өйрәнелә.

Ф.М.Шакирова

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.