ФИРСОВ Николай Николаевич [18.9.1864, Ҡазан — 7.4.1934 (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 7.6.1933), шунда уҡ], тарихсы. Рус тарихы д‑ры (1903), проф. (1903). Н.А.Фирсовтың улы. Ҡазан ун‑тын тамамлаған (1888), 1891—1920 йй. (өҙөклөк м‑н) шунда уҡ, 1914—16 йй. Мәскәү археология ин‑тында уҡыта. 1920—22 йй. Көнсығыш акад. ректоры, 1923 й. алып Татарҙарҙы өйрәнеү б‑са йәмғиәт рәйесе, 1929—31 йй. Пролетариат революцияһы музейы (бөтәһе лә — Ҡазан) директоры. Фәнни хеҙмәттәре 17—18 бб. Рәсәйҙең сәйәси һәм соц.‑иҡт. тарихына, Крәҫтиәндәр һуғышына (1773—75) арналған. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Пугачёвщина. Опыт социально‑психологической характеристики. Л., 1924; Разин и разиновщина. Пугачёв и пугачёвщина. Казань, 1930.

Н.М.Ҡолбахтин

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.