ФИРМА (итал. firma), иҡт. һәм юридик үҙ аллы хужалыҡ итеү субъекты; ҡайһы бер илдәрҙә Ф. термины ширҡәт мәғәнәһендә ҡулланыла. Ф. юридик шәхес булып тора һәм хужалыҡ ҡарамағында йәки идаралығында айырымланған мөлкәте булған ойошманы һынландыра. Ф. милке бер кешенеке, ширҡәттеке йәки корпорацияныҡы булыуы мөмкин. Ваҡ һәм уртаса фирмалар (ҡара: Бәләкәй предприятие) концерндарҙы хеҙмәтләндерә, уларға деталдәр ебәрә, төрлө хеҙмәт төрҙәре башҡара. Башҡортостанда 2010 й. “Висма”, “Горизонт”, “Интек” фәнни‑производство фирмалары, Өфө сәнәғәтсауҙа тегеү фирмаһы (Өфө), “Арго” (Туймазы р‑ны), “Байҡара” (Баймаҡ р‑ны), “Салауат” (Күгәрсен р‑ны) агрофирмалары һ.б. эшләй.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика