ФИН-УҒЫР ХАЛЫҠТАРЫ АССАМБЛЕЯҺЫ, БР‑ҙа йәшәгән фин-уғыр халыҡтарының мәҙәниәтен һаҡлау, үҫтереү, республика халыҡтары араһында дуҫлыҡты нығытыуға булышлыҡ итеү өсөн ойошторолған йәмәғәт ойошмаһы. Өфөлә урынлашҡан. 2005 й. БР‑ҙың “Эрвел Марий” мари милли-мәҙәни автономияһы, БР‑ҙың Мордва милли-мәҙәни автономияһы, Башҡортостан удмурттарының республика милли-мәҙәни үҙәге тарафынан ойошторолған. Иң юғары идара органы – 2 йылға 1 тапҡыр саҡырылған конференция; конференциялар араһында – идара. Ассамблея фин-уғыр йәмәғәт ойошмалары эшмәкәрлегенә йүнәлеш бирә, фин-уғыр халыҡтарын берләштереүсе байрамдар, фестивалдәр, конкурстар һ.б. ойоштороуға ярҙам итә. Ассамблея ҡатнашлығында “Башҡортостан Республикаһында йәшәгән фин-уғыр халыҡтары байрамдары (традицион төрҙәре, хәҙерге хәле һәм тергеҙеү перспективалары)” (Мишкә р‑нының Мишкә а., 2006), “Башҡортостанда йәшәгән фин-уғыр халыҡтарының мәҙәниәте һәм милли үҫеше” (Стәрлетамаҡ ҡ., 2007) республика түңәрәк өҫтәлдәре ойошторола. Ассамблея Фин-уғыр халыҡтарының халыҡ-ара консультатив ком‑ты м‑н берлектә Рәсәй-Финляндия проектында — “Рәсәй Федерацияһында йәшәгән фин-уғыр халыҡтарының хәле тураһында положение” (2005—08) тип аталған этносоциологик тикшеренеүҙәрҙә; РФ Фин-уғыр халыҡтары ассоциацияһының 3-сө (Мәскәү, 2005) һәм 4-се (Саранск, 2009) съездарында һ.б. ҡатнаша. Рәйесе — Н.Д.Герасимов (2005 й. алып), Ю.Н.Герасимова (2012 й. алып).

Н.Д.Герасимов

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика