ФИНЛЯНДИЯ, Ф и н л я н д и я Р е с п у б л и к а һ ы, Европаның төньяғындағы дәүләт. Майҙаны — 338,1 мең км2. Баш ҡалаһы — Хельсинки. Дәүләт башлығы — президент. Халҡы — 5,4 млн кеше. (2012), 94%‑ы — финдар. Рәсми телдәр — фин һәм швед телдәре. Диндарҙарҙың күпселеге — лютерандар.

БР‑ҙың Ф. м‑н бәйләнештәре РФ һәм Ф. мөнәсәбәттәре сиктәрендә алып барыла. Салауат һәм Порвоо ҡҡ. араһында туғанлыҡ т‑да килешеүгә ҡул ҡуйылған (2007). БР Хөкүмәте делегацияһының һәм эшлекле даирә вәкилдәренең (1994, 2004—08, 2010), Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай делегацияһының (2016) — Ф.; Башҡортостанға Ф. РФ‑тағы илсеһе етәкс. эшлекле делегацияның (2005), Ф. РФ‑тағы Илселеге делегацияһының (2012, 2017), Ф. Хөкүмәте делегацияһының һәм эшлекле даирә вәкилдәренең (1995, 1997, 2007, 2008, 2011) Ф. Милли Парламенты делегацияһының (2012) рәсми визиттары булған. 1994 й. алып Хөкүмәт‑ара рәсәй‑финлянд иҡт. хеҙмәттәшлек комиссияһы составында Башҡортостан м‑н Ф. араһында иҡт. хеҙмәттәшлек б‑са эшсе төркөмө, 1997 й. башлап Ф. Сауҙа-иҡт. вәкиллеге (2005 й. Финляндия-Рәсәй сауҙа палатаһы вәкиллеге, икеһе лә — Өфө) эшләй. Ф. төбәк Вәкиллеге бурыстарын БР‑ҙың С.‑Петербургтағы Даими вәкиллеге башҡара (1997 й. алып). Ф. делегаттары Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында [ҡара: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)] ҡатнаша. БР‑ҙың БДБ‑нан тыш илдәр м‑н тышҡы сауҙа әйләнешендә Ф. өлөшөнә 6,7% тура килә (2012). БР‑ҙың һәм Ф. тышҡы сауҙа әйләнеше 213,6 млн АҠШ доллары тәшкил итә. БР‑ҙың Ф. экспорты 200,5 млн доллар иҫәпләнә; уның тауар структураһында химия сәнәғәте продукцияһы, ҡара металдан изделиелар, фанер һ.б. бар. Ф. химия сәнәғәте продукцияһы, ҡағыҙҙан изделиелар, ҡорамалдар, транспорт саралары һ.б. импорты 13,1 млн доллар тәшкил итә. Экспортҡа эшләүсе төп пр‑тиелар — Башҡортостан нефтехимия компанияһы, Белорет металлургия комбинаты, Стәрлетамаҡ нефтехимия заводы, Өфө нефть эшкәртеү заводы, “Каустик”, “Газпром нефтехим Салават”, “Сода”, “Уфанефтехим”, “Уфаоргсинтез” ААЙ‑лары һ.б.; импортлаусылар — “Алексеевка” ДУАХП, “Автонормаль”, “Салаватстекло”, Нефтекама яһалма күн производство берекмәһе ААЙ‑лары һ.б. БР‑ҙа “Финбизнес‑95” эшлекле форумы (70‑тән ашыу фин фирмаһы ҡатнаша), Ф. вәкилдәре ҡатнашлығында Фин-уғыр халыҡтарының халыҡ-ара консультатив ком‑ты ултырышы (2005; икеһе лә — Өфө); Ф. БР‑ҙың 25 ҙур пр‑тиеһы етәкселәре ҡатнашлығында БР‑ға арналған презентация (Хельсинки, 2005) була. БР м‑н Ф. пр‑тиелары берлектә бер нисә проектты ғәмәлгә ашыра: “Rollsett Machine” компанияһы Шишмә р‑нының Шишмә ҡасабаһын профилле табаҡ етештереү линияһы өсөн ҡорамалдар, “Medko Mediсal” фирмаһы Республика клиник дауаханаһын мебель һәм ҡорамалдар м‑н тәьмин иткән; “Алексеевка” с‑зына Ф. юғары продуктлы мал килтерелгән һ.б. 2016 й. БР терр‑яһында Ф. капитал йәлеп иткән “Финефть” һәм “Ниини-Финланд и Майер” 2 берлектәге предприятиеһы эшләй.

Башҡортостан м‑н Ф. араһында күптәнге тарихи бәйләнештәр бар. Рус-швед һуғышында (1788—90) рус армияһы составына 1—4-се башҡ. һәм 1-се мишәр атлы полктары ингән. 1919 й. дек. алып Башҡорт айырым уҡсылар бригадаһы РСФСР‑ҙың Ф. м‑н дәүләт сиген һаҡлаған. Башҡортостан яугирҙары совет-финлянд һуғышында (1939—40) ҡатнашҡан.

1983 й. комплекслы совет-финлянд мед.-антропология экспедицияһы (ҡара: Антропологик экспедициялар) тарафынан БАССР‑ҙың Архангел, Илеш, Стәрлебаш р‑ны башҡорттарына антропологик тикшеренеүҙәр үткәрелгән. 1999 й. Этнологик тикшеренеүҙәр үҙәге м‑н Рәсәй һәм Көнсығыш Европа ин‑ты ғалимдары (Хельсинки) БР‑ҙа йәшәгән мариҙарҙы этнологик яҡтан тикшереү б‑са ғилми экспедицияла; Этнологик тикшеренеүҙәр үҙәге, ТТӘИ, БДПИ һәм Ф. ғалимдары Иҙрис мәмерйәһен, Шүлгәнташ археологик ҡомартҡыһын һ.б. өйрәнгән археологик экспедицияла ҡатнашҡан. Биология институты Турку ун‑ты м‑н берлектә төҙөлөш ағасының сереүен биол. ысул м‑н иҫкәртеү проектын эшләй. Башҡорт дәүләт университеты м‑н Йоэнсуу ун‑ты һәм Хаага-Хелиа ғәмәли фәндәр ун‑ты (Хельсинки) араһында хеҙмәттәшлек т‑да килешеү төҙөлгән. Ф. Милли архивы һәм Милли китапханаһында (икеһе лә — Хельсинки) Башҡортостан тарихы б‑са документтар һаҡлана.

Ф. Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле (1976, 2012), респ. күренекле артистары, ш. иҫ. А.Г.Арыҫланов, Б.М.Ғайсин, И.М. Ғәзиев, А.Ғ.Ғәлимов, З.И.Ҡудашева, Ф.Й.Ҡудашева, Х.Й.Мәжитов, Г.Ғ. Сөләймәнова, Р.Ә.Фәсхетдинов ҡатнашлығында гастролдәр була, рәссамдар Р.Р.Абдуллин, М.Ф.Ахунов, И.Ғ.Вәлитов һ.б. күргәҙмәләре үткәрелә; “1910—1920 йй. урыҫ һәм совет сәнғәте” күргәҙмәһендә Нестеров М.В. исемендәге художество музейы йыйылмаһындағы эштәр күрһәтелә (Турку ҡ., 1989). БР‑ҙа 53 фин йәшәй (2010).

Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018