ФИНАНС СИСТЕМАҺЫ, аҡса фондтары һәм финанстарға идара итеү органдары м‑н бәйле булған финанс мөнәсәбәттәре тармағы һәм өлкәһе йыйылмаһы. РФ‑тың Ф.с. дәүләт һәм муниц. финанстарҙан (бюджет системаһы, дәүләт, муниц. кредит), хужалыҡ итеү субъекттары (коммерция, коммерцияға ҡарамаған ойошмалар, аралашсылар һ.б.), йорт хужалыҡтарынан тора. РФ‑тың бюджет системаһына федераль, РФ субъекттары, урындағы (муниц. р‑ндар, ҡала округтары, федераль әһәмиәттәге Мәскәү һәм Санкт‑Петербург ҡалаларының ҡала эсендәге муниц. берәмектәре; ҡала һәм ауыл биләмәләре), дәүләт (Пенсия фонды, Соц. страховкалау фонды, Федераль мотлаҡ мед. страховкалау фонды) һәм бюджеттан тыш терр. дәүләт фондтары бюджеттары инә. Финанстарға идара – Финанс министрлығы, Иҫәп палатаһы һ.б., уларҙың һөҙөмтәле хәрәкәт итеүе финанс аралашсылары (коммерция һәм һаҡлыҡ банкылары, кредит һәм страховкалау ойошмалары, дәүләткә ҡарамаған пенсия, пай фондтары һ.б.) тарафынан тормошҡа ашырыла. Бюджет системаһы килемдәрен барлыҡҡа килтергән сығанаҡтарға һалымдар (ҡара: Һалымдар һәм йөкләмәләр), һалым булмаған килемдәр һәм кире ҡайтарылмай торған түләүҙәр (дотациялар, бюджет‑ара субсидиялар, субвенциялар һ.б.); коммерция һәм коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙа – кредит бурысы, устав һәм өҫтәмә капитал, заём һәм кредиттар, бүленмәгән табыш, төп фондтарҙың амортизацияланыуы, резерв капиталы, юридик шәхестәргә субсидиялар һ.б.; йорт хужалыҡтары, индивидуаль эшҡыуарҙар һәм халыҡ өсөн эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенән, ойошмаларҙың табышында ҡатнашыуҙан алынған килем, мөлкәт һатыуҙан һәм шәхси ярҙамсы хужалыҡтан ингән түләүҙәр; финанс баҙарындағы средстволар (кредиттар, страховка түләүҙәре, ҡиммәтле ҡағыҙҙар һатыуҙан алынған килемдәр, дивидендтар, проценттар); ялланған эшселәр хеҙмәтенә түләү, премиялар, эш хаҡына өҫтәмәләр, соц. һ.б. түләүҙәр; дәүләт түләүҙәре (пенсиялар, пособиелар, стипендиялар һ.б. соц. түләүҙәр). Башҡортостанда Ф.с. БР, 9 ҡала округы, 54 муниц. р‑н, 956 ауыл һәм ҡала биләмәһе, Респ. мотлаҡ мед. страховкалау фонды (ҡара: Бюджеттан тыш фондтар), дәүләт муниц. кредит, коммерция, коммерцияға ҡарамаған ойошмалар һәм аралашсылар, йорт хужалыҡтары бюджеты инә (2011).

Р.Р.Яруллин

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика