ФИНАНС‑ИҠТИСАД КОЛЛЕДЖЫ, 1931 й. июнендә Өфөлә Башҡ. финанс‑иҡт. техникумы булараҡ асыла, 1945 й. мартынан Өфө финанс‑иҡт. техникумы, 1945 й. июненән — финанс техникумы, 1992 й. алып Өфө финанс‑иҡт. колледжы, 2005 й. — РФ Хөкүмәте эргәһендәге Финанс ун‑ты (Мәскәү) филиалы. 1931—33 йй. сент. Бөрө ҡ. урынлашҡан. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә түбәндәге һөнәрҙәр б‑са алып барыла: банк эше, менеджмент, хоҡуҡ фәне, страховкалау эше, финанстар, иҡтисад һәм бухгалтерия иҫәбе. 6 компьютер класы, китапханаһы, тренажёр һәм уҡыу залдары, 2 ятағы, саңғы базаһы бар. 22 меңдән ашыу белгес әҙерләнгән (2009), улар араһында Н.Асанбаев, Х.Ғ.Ғәҙелшин, Ш.С.Сөләймәнов, М.Ш.Сәғитдинов, Р.Р.Яруллин.

И.Р.Зарипова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика