ФИНАНС УНИВЕРСИТЕТЫ. Мәскәүҙә урынлашҡан. Өфө филиалы 1930 й. уҡытыу‑консультация пункты булараҡ асыла, 1958 й. алып Бөтә Рәсәй ситтән тороп уҡыу финанс‑иҡт. ин‑ты филиалы (1967—97 йй. факультеты), 2012 й. — РФ Хөкүмәте эргәһендәге Ф.у. Филиал составына 4 ф‑т (финанстар һәм кредит, иҫәп‑статистика, менеджмент һәм маркетинг, өҙлөкһөҙ уҡыу) инә. Уҡытыусылар араһында 9 фән д‑ры һәм 39 фән канд. (2010). 250 меңдән ашыу белгес әҙерләнгән. Филиал БР һәм РФ ин‑ттары һәм вуздары м‑н хеҙмәттәшлек итә. 1996 й. башлап 250‑нән ашыу монография, фәнни хеҙмәттәр йыйынтығы һәм уҡыу әсбабы нәшер ителә. Пункт мөдире — В.Я.Гришин (1955 й. алып); декандар: Ә.М.Янғуразов (1967 й. алып), Ә.Х.Хайбрахманов (1978 й. алып), дир.: Н.Д.Бублик (1988 й. алып), У.И.Ғибәҙәтов (2011 й. алып), Р.М.Сафуанов (2012 й. алып).

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика