ФИЛЬТРҘАР, ш ы й ы ҡ л ы ҡ  һ ә м  г а з  ф и л ь т р ҙ а р ы, күҙәүле бүлкәләр йәки селтәрҙәр ярҙамында ҡаты һәм шыйыҡ (газ) фазалар ингән бер төрлө булмаған системаларҙы айырыу, ҡуйыртыу йәки асыҡландырыу өсөн аппараттар. Фильтрлау бүлкәнең ике яғындағы баҫым айырмаһы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә, бүлкә сифатында тәбиғи һәм яһалма материалдар файҙаланыла (ҡағыҙ, кварцлы ҡом, туҡылмаған материалдар, күҙәүле керамика, туҡымалар һ.б.; юғары т‑ра һәм ҙур механик көсөргәнешлек шарттарында химик яҡтан агрессив шыйыҡсалар м‑н эш иткәндә перфорацияланған металл табаҡтар йәки селтәрҙәр ҡулланыла). Эшләү принцибы б‑са периодлы (һыйҙырышлы, табаҡлы, прес-фильтрҙар, патронлы) һәм өҙлөкһөҙ (барабанлы, дискылы, таҫмалы, тәрилкәле, карусель һымаҡ) эшләгәндәргә; баҫым айырмаһын булдырыу ысулы б‑са — вакуум йәки артыҡ баҫым аҫтында эшләгәндәргә; тәғәйенләнеше б‑са — гидравлик, яғыулыҡ һ.б. фильтрҙарға бүленә. Газ Ф. (яҫы фильтрлау йөҙө булған, батарейканан эшләгән) артыҡ баҫым аҫтында өҙлөкһөҙ эшләгәндәргә ҡарай. Ф. эшләгән мөхиттең баҫымы, фильтрлауҙың нескәлеге, үткәреүсәнлеге һ.б. м‑н характерлана. Нефть һәм газ эшкәртеү, аҙыҡ-түлек, химия сәнәғәтендә, транспортта һ.б. ҡулланыла. Башҡортостанда 20 б. 50‑се йй. аҙ. башлап “Гидравлика” ФДУП‑ында йыһан техникаһы, самолёттар, үҙбушатҡыстар, газ ҡыуыу агрегаттары һ.б. өсөн һауа, гидравлик, яғыулыҡ һәм махсус Ф. уйлап сығарыла һәм етештерелә. 400‑гә яҡын типтағы Ф. һәм фильтрлау элементтарын етештереү үҙләштерелгән. Яғыулыҡ һәм гидравлик Ф. фильтрлау нескәлеге 10 мкм тиклем, һауа Ф. — 1 мкм еткерелгән. 80‑се йй. алып “Салаватнефтемаш” ААЙ‑нда нефть үткәргестәр өсөн бысраҡ тотҡос Ф. (фильтрлау нескәлеге 4 мм тиклем), нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәтенең технологик ҡулайламаларында шыйыҡсаларҙы фильтрлау өсөн дренаж селтәр Ф. (0,2 мм тиклем), 1966 й. алып “Басэт” ҒПП‑нда — тәбиғи газдарҙы магистраль газ торбаларындағы механик ҡатышмаларҙан таҙартыу өсөн Ф. етештерелә.

Р.Ғ.Шәрәфиев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Текст на русском языке