ФИЛОНЕНКО Александр Львович (2.12.1951, Сибай ҡ.), тарихсы. Тарих ф. д‑ры (2000), проф. (2001). Магнитогорск пед. ин‑тын тамамлаған (1977). 1979—2005 йй. (1999 й. алып сәйәси тарих каф. мөдире) һәм 2010 й. алып Магнитогорск ун‑тында, бер үк ваҡытта 2001 й. — Рәсәй халыҡтар дуҫлығы ун‑ты, Рәсәй соц. ун‑ты, 2006 й. — Мәскәү автомобиль юл ин‑ты (бөтәһе лә — Сочи ҡ.), 2008 й. — РФ Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте акад. (Магнитогорск ҡ.), 2011—14 йй. БДУ (Сибай) филиалдарында эшләй. Фәнни хеҙмәттәре 20 б. Көньяҡ Уралда Бөтә Рәсәй халыҡ хужалығы советы һәм партия ойошмалары эшмәкәрлегенә арналған. 50‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Время Ю.Ларина... СПб., 1996; ВСНХ: идея и реальность. Магнитогорск, 1998; Зарождение советской системы управления промышленностью. Магнитогорск, 2000.

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.