ФИЛИППОВА Анна Сергеевна (25.12.1973, Өфө), инженер‑системотехник. Техник ф. д‑ры (2007). Э.А.Мухачёваның ейәнсәре. ӨДАТУ‑ны тамамлағандан һуң (1996) 1999 й. алып шунда уҡ эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге сәнәғәт объекттарын рациональ урынлаштырыу өсөн бесеү һәм төрөүҙең бер, ике үлсәмле мәсьәләләрен сисеүҙең комбинаторлы ысулдарын һәм алгоритмдарын уйлап сығарыуға арналған. Ф. тарафынан тура мөйөшлө итеп төрөү һәм рөхсәт ителмәгән участкалары булған ортогональ күпмөйөштәрҙе ҡаплау мәсьәләләрен сисеү өсөн эволюцион алгоритмдар тикшерелгән; блоклы структуралар нигеҙендә Техтран‑Раскрой сәнәғәт системаһына (С.‑Петербург) һәм тура мөйөшлө итеп бесеүҙе проектлауҙың автоматлаштырылған CETAMI‑CUT системаһына (Өфө) индерелгән рациональ бесеү алгоритмдары уйлап сығарылған. 100‑гә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 3 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Задачи двухмерной установки в контейнеры: новые подходы к разработке методов локального поиска оптимума. М., 2004 (авторҙ.).

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика