ФИЛИППОВ Рудольф Васильевич (8.12.1926, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Ореховка а. — 27.8.2001, Мәскәү), тарихсы. Тарих ф. д‑ры (1969), проф. (1971). Карел-Фин ун‑тын тамамлаған (Петрозаводск ҡ., 1950). 1946—47 йй. Дәүләкән ҡ. мәктәбендә уҡыта. 1954 й. Петрозаводск ун‑тында. 1970 й. алып БДУ‑ның СССР тарихы каф., 1975 й. — Мәскәү совет кооператив сауҙа ин‑тының КПСС тарихы каф. мөдире, 1981—93 йй. Рәсәй үҙ аллы соц. һәм милли проблемалар ин‑тының баш ғилми хеҙм‑ре (Мәскәү). Фәнни хеҙмәттәре 19 б. 2‑се ярт. Рәсәй сәйәсәте, революция хәрәкәте тарихына, историографияға арналған. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. 1970 йй. Бөтә Союз тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыларын һаҡлау йәмғиәте респ. бүлексәһенең тарих секцияһы рәйесе. “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1967).

Хеҙм.: Реформа 1861 года в Олонецкой губернии. Петрозаводск, 1961; Революционная народническая организация Н.А.Ишутина-И.А.Худякова (1863—1866). Петрозаводск, 1964; Пионеры марксизма в России, 1883—1893 гг. М., 1989.

Г.Т.Обыдённова

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика