ФИЛИППОВ Николай Никитич [7.7.1930, БАССР‑ҙың Мәсәғүт кантоны Мәсәғүт а. (БР‑ҙың Дыуан р‑ны) — 6.9.2007, Екатеринбург ҡ.], иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (1993), проф. (1989). РФ‑тың атҡ. фән эшмәкәре (1998), РСФСР‑ҙың атҡ. иҡтисадсыһы (1982). Силәбе пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1952) 1953 й. тиклем Троицк татар‑башҡ. пед. уч‑щеһында, 1955 й. — Силәбе өлкә уҡытыусыларҙың белемен камиллаштырыу ин‑тында, 1957—61 йй. — Силәбе политехник ин‑тында, 1964 й. алып СССР ФА Урал филиалының Иҡт. тикшеренеүҙәр бүлегендә (Свердловск ҡ.) эшләй. 1968— 96 йй. Урал иҡт. ун‑ты (Екатеринбург) проректоры, бер үк ваҡытта 1980 й. алып иҡт. теорияһы каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге халыҡтың мәшғүллеге, бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү, иҡтисадтың аграр секторы өсөн квалификациялы кадрҙар әҙерләү мәсьәләләренә арналған. 269 фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Сельские кадры Нечерноземья. М., 1981 (авторҙ.); Экономическое регулирование рационального природопользования. Екатеринбург, 2001 (авторҙ.); Трагедия российского крестьянства (анализ и раздумья профессора). Екатеринбург, 2005.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.