ФИЛИППОВ Владимир Иванович (1.9.1955, Өфө), хәрби эшмәкәр. Ген.‑полковник (2003). 1994—96 йй. Төньяҡ Кавказда хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан. Кострома юғары химик һаҡланыу хәрби команда уч‑щеһын (1977), Химик һаҡланыу хәрби акад. (1987), РФ Ҡораллы көстәре Ген. штабының Хәрби акад. (1999, икеһе лә — Мәскәүҙә) тамамлаған. 1973 й. алып Совет Армияһында, 1992 й. — Рәсәй армияһында. 1977 й. башлап мотоуҡсылар полкының химия хеҙмәте нач., 1984 й. — батальон ком., 1987 й. — айырым химик һаҡланыу бригадаһының ком. урынбаҫары һәм ком. (1988 й. Чернобыль АЭС‑ындағы авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнаша). 1998 й. башлап Волга буйы, 1999 й. — Урал, 2001 й. Волга буйы-Урал хәрби округтарының радиациянан һаҡланыу, химик һәм биол. һаҡланыу штабы нач., 2002 й. — РФ Ҡораллы көстәренең радиациянан һаҡланыу, химик һәм биол. һаҡланыу ғәскәрҙәре нач. урынбаҫары, 2003 й. — начальнигы. 2008 й. алып РФ Оборона министрлығының Фатирға урынлаштырыу идаралығы нач., бер үк ваҡытта РФ‑тың оборона министры урынбаҫары. 2010 й. башлап отставкала. 3‑сө дәрәжә “СССР Ҡораллы Көстәрендә Ватанға хеҙмәте өсөн”, 4‑се дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” (2008), Батырлыҡ, “Хәрби хеҙмәттәре өсөн” орд. м‑н бүләкләнгән.

Е.А.Смирнов

Тәрж. Л.И.Имамбаева

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика