ФИЛИППОВ Анатолий Тимофеевич (6.9.1936, Белорус ССР‑ының Узда а. — 23.6.2012, Белорет ҡ.), инженер‑металлург. Жданов металлургия ин-тын тамамлағандан һуң (1959) Белорет металлургия комб‑тында эшләй (өҙөклөк м‑н): вальцовкалаусы, 1961—65 йй. мастер, 1966 й. алып конструктор, 1967 й. — өлкән мастер, 1971 й. башлап цех нач. урынбаҫары, 1976 й. алып дир. урынбаҫары—бүлек нач., 1980—96 йй. 150‑се прокатлау цех‑станы нач. урынбаҫары. Ф. ҡатнашлығында юғары сифатлы сым етештереүҙең яңы технологияһы эшләнгән һәм индерелгән. 7 уйлап табыу авторы. СССР Дәүләт пр. лауреаты (1987).

 

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.