ФИЛИППОВ Александр Иванович (20.11.1949, БАССР‑ҙың Йылайыр р‑ны Надеждин утары), физик. Техник ф. д‑ры (1991), проф. (1992). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2002), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2000), СССР‑ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (1985). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1972) шунда уҡ эшләй (1990 й. алып теоретик физика каф. мөдире). 1992 й. алып СДПА‑ла: теоретик физика каф. мөдире, 1996 й. – лаб. мөдире, 1999 й. – фәнни эштәр б‑са дир. урынбаҫары; бер үк ваҡытта 1997 й. – БР ФА Стәрлетамаҡ филиалының ғилми секретары. Фәнни тикшеренеүҙәре геофизикаға, шыйыҡлыҡ һәм газдар механикаһына, молекуляр физика, термодинамика һәм йылылыҡ физикаһына, теоретик физикаға арналған. Ф. тарафынан ҡатламдарҙағы баротермик һәм радиогеохимик эффекттарҙың законлыҡтары асылған һәм өйрәнелгән, йылылыҡ физикаһының һыҙыҡлы булмаған мәсьәләләрен сисеүҙең асимптотик ысулы үҫтерелгән, трансцилляторлы күсереү теорияһы, термометрик үлсәү аппараттары, һыуҙың колоннанан һуңғы хәрәкәтенең интервалдарын билдәләү ысулдары һ.б. эшләнгән. 250‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 30 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Скважинная термометрия переходных процессов. Саратов, 1990; Термодинамика фильрационных нефтегазовых потоков. Стерлитамак, 2002.

В.М.Сапельников

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика