БАЛА СЫТЫРМАН ҠУРҒАНДАРЫ, б.э.т. 2‑се мең йыллыҡ уртаһы — б.э. 14 б. ҡараған археологик ҡомартҡылар. Фёдоровка р‑ны Бала Сытырман а. янында Ашҡаҙар й. уң ярында урынлашҡан. 7 ҡурғанлы ҡәберлек асыҡланған. Айырыуса Б.С.ҡ. III һәм яңғыҙ ҡурған өйрәнелгән. Яңғыҙ Б.С.ҡ. ауылдан көньяҡ‑көнсығышҡа табан 2 км алыҫлыҡта Ашҡаҙар й. һыубаҫар туғайынан өҫтәге һырт түбәһендә урынлашҡан. 1994 й. БР Мәҙәниәт министрлығының Ғилми‑производство үҙәге экспедицияһы (етәкс. А.Ф.Йәминев) тарафынан асыла һәм өйрәнелә. Ҡурған (диам. 14 м, бейеклеге 0,8 м) төньяҡ‑көнбайыш өлөшөндә өҙөгө (киңлеге 2 м тиклем) булған 1,5 м тиклем киңлектәге түңәрәк ур м‑н уратылған. Бура мәҙәниәтенә ҡараған 7 (6‑һы баланыҡы), иртә тимер быуатҡа ҡараған 2 (баланыҡы) ҡәбер асыҡланған. Мәйеттәр таш плита м‑н ҡапланған ҡәбер соҡорҙарына бөгәрләнгән килеш ятҡырып, баштары м‑н төньяҡҡа ҡаратып ерләнгән. Баш остарында һауыттар табылған. Балалар ҡәбере — ҡурған әйләнәһе буйлап урҙа, өлкән кешенең шлак тултырылған ҡәбере уртала урынлашҡан. Керамика Бура мәҙәниәтенең банка һәм көршәк рәүешендәге һауыттарынан ғибәрәт.

Б.С.ҡ. III ауылдан көньяҡ‑көнсығышҡа табан 0,7 км алыҫлыҡта Ашҡаҙар й. һыубаҫар туғайынан өҫтәге 2‑се киртләстә урынлашҡан. Ҡомартҡыны 1958 й. ТТӘИ‑нең эҙләнеү отряды (етәкс. М.Х.Садиҡова) аса, 1989 й. ТТӘИ экспедицияһы (етәкс. Ю.А.Морозов) һәм 1994 й. БР Мәҙәниәт министрлығының Ғилми‑производство үҙәге м‑н ТТӘИ‑нең берлектәге экспедицияһы (етәкс. В.А.Иванов, Йәминов) өйрәнә. Тупраҡ өйөп яһалған 6 ҡурғандан (диам. 6—8 м, бейеклеге 0,2—0,5 м) тора, уларҙың һәр береһендә 1‑әр ҡәбер асыҡланған. Мәйеттәр ябай ҡәбер соҡорҙарына (тәрәнлеге 0,7—1,2 м) салҡан ятҡырып, баштары м‑н — көнбайышҡа, йөҙҙәре м‑н көньяҡҡа ҡаратып ерләнгән. Бүрәнәләрҙән (диам. яҡынса 0,1 м) төҙөлгән тура мөйөшлө янған ағас рам эҙҙәре һәм тәңкәгә оҡшаш бронза суҡ (диам. 1 см) табылған. Ҡомартҡы Алтын Урҙа халҡынан ҡалған. Б.С.ҡ. материалдары Ғилми‑производство үҙәге фондтарында һаҡлана.

А.Ф.Йәминев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика