ФИЛИМОНОВ Михаил Алексеевич (26.5.1947, Марий АССР‑ы Елка а.), тарихсы. Тарих ф. д‑ры (2004), проф. (2006). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2006). Бөтә Союз проф. союздар үҙәк советының профсоюздар хәрәкәте Юғары мәктәбен тамамлаған (Мәскәү, 1978). 1969 й. ТАССР‑ҙың Зеленодольск р‑ны Әйшә ҡасабаһында уҡытыусы булып эшләй, 1973 й. алып ВЛКСМ‑дың Зеленодольск ҡала ком‑ты инструкторы. 1982 й. башлап профсоюздарҙың Башҡ‑н өлкә советында эшләй, 1985 й. — ӨДАТУ‑ла уҡыта (1992—96 йй. гуманитар ф‑т деканы урынбаҫары). Фәнни хеҙмәттәре Башҡортостанда профсоюз хәрәкәте, авиация һәм космонавтика тарихына, соц. партнёрлыҡ проблемаларына арналған. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Социальному партнёрству в Республике Башкортостан — 10 лет: история, опыт, проблемы. Уфа, 2004; В единстве действий — наша сила: этапы, события, люди. Уфа, 2006.

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика