ФИЛИМОНОВ Александр Николаевич (22.11.1927, Стәрлетамаҡ ҡ. — 17.8.1999, Нефтеюганск ҡ.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1971). СССР‑ҙың нефть сәнәғәте отл. (1968), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1970). М.В.Фрунзе ис. Юғары хәрби‑диңгеҙ уч‑щеһын (Ленинград, 1952), ӨНИ‑не (1963) тамамлаған. 1946—47 йй. “Башнефтеразведка” тресының (Стәрлетамаҡ) быраулаусы ярҙамсыһы, 1952 й. алып СССР Ҡораллы көстәрендә хеҙмәт итә. 1956—64 йй. “Туймазабурнефть” тресында: быраулаусы ярҙамсыһы, 1957 й. башлап өлкән инженер, 1958 й. — профсоюз ком‑ты рәйесе, 1963 й. — 1‑се быраулау контораһының цех начальнигы. 1964 й. башлап “Тюменнефтегазразведка” берекмәһенең “Сургутбурнефть” тресы Усть‑Балык быраулау контораһы дир., 1971 й. — Нефтеюганск быраулау эштәре идаралығы дир., 1977 й. алып “Урайнефтегаз” ПБ‑ның ген. дир., 1982—87 йй. “Юганскнефтеспецстрой” тресы идарасыһы. Ф. етәкс. яңы быраулау техникаһы һәм технологиялары индерелә, 8‑се биш йыллыҡ план осоронда юғары етештереү күрһәткестәренә һ.б. өлгәшә. Ленин (1971), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1981) орд. м‑н бүләкләнгән. Нефтеюганскиҙа мемориаль таҡтаташҡуйылған.

 

 И.Ғәримова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.