ФИЗКУЛЬТУРА БЕЛЕМЕ БИРЕҮ, бөтә типтағыуҡыу йорттары, физкультура‑спорт ойошмалары, учреждениелары һ.б. өсөн спорт төрҙәре б‑са физик тәрбиә биреү уҡытыусыларын һәм уҡытыусы‑тренерҙарҙы әҙерләү системаһы, педагогик белем биреү тармағы. Башҡортостанда физик культура һәм спорт өлкәһендә белгестәр әҙерләүҙе тормошҡа ашырыусы тәүге уҡыу йорто 1932 й. Өфөлә асыла (ҡара: Стәрлетамаҡ физик культура техникумы). 1989 й. БДПИ‑ла (ҡара: Педагогия университеты) респ. тәүгеләрҙән булып физик культура ф‑ты ойошторола. Урта махсус һәм юғары уҡыу йорттарында дөйөм фәнни (урта махсустарҙа — дөйөм белем биреү), мед.‑биол., пед., спорт‑пед. һәм махсус спорт фәндәре өйрәнелә. Ф.б.б. өлкәһендә белгестәрҙе Бөрө социаль‑педагогия академияһында, Сибай институтында, Урал физик культура университеты филиалдарында; Белорет педагогия колледжында, Благовещен педагогия колледжында, Күмертау педагогия колледжында, Педагогия колледжы №1, Туймазы педагогия колледжында һ.б. әҙерләйҙәр. Өҫтәлмә белем биреү спорт мәктәптәрендә тормошҡа ашырыла. Физик культура һәм спорт б‑са фәнни‑педагогик кадрҙар Башҡ‑н физик культура ин‑тының аспирантураһында, магистратураһында һәм БДПУ‑ның докторантураһында әҙерләнә. Ф.б.б. үҫешенә С.Т.Аслаев, П.С.Горулёв, Л.М.Матвеева, Г.И.Мокеев, С.В.Павлов, А.А.Рябов, Н.Г.Энгельс һ.б. өлөш индерә.

А.У.Кинйәбулатов, С.Ю.Никитина

Тәрж. Ғ.Р.Бердина

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика