ФИЗИОТЕРАПИЯ (гр. physis — тәбиғәт һәм терапия), дауалау, иҫкәртеү, реабилитациялау маҡсаттарында файҙаланыу өсөн тәбиғи һәм яһалма булдырылған физик факторҙарҙың  кеше һәм хайуандар организмына тәьҫирен өйрәнеүсе клиник медицина һәм ветеринария өлкәһе. Ф. мед. физикаһы, кибернетика, молекулалар физиол., биохимия мәғлүмәттәренә нигеҙләнә һәм бөтә клиник дисциплиналар м‑н бәйле. Тәбиғәт көстәре энергияһы м‑н дауалау физик һәм физик‑химиктөрҙәргә (аэро‑, гелио‑, талассо‑, бальнеотерапия, ләм, нур м‑н дауалау һ.б.), физиотерапевтик аппараттар ярҙамында һәм хәрәкәт принцибына нигеҙләнгән үҙгәртелгән энергия м‑н дауалауҙың физик ысулдарына (дауалау физкультураһы, дауалау массажы, механотерапия һ.б.); нур м‑н дауалауға (нурланыштың инфраҡыҙыл, ҡояш, УФ һ.б. төрҙәрен ҡулланыу), гидро‑ (ванналар, һыу инеү һ.б.), механо‑ (вибрация, массаж, моцион, ультратауыш), термо‑ (компрестар, дауалау ләмдәре, озокерит һ.б.), электротерапияға (гальванизация, дарсонвализация, диатермия һ.б.), яһалма һауа мөхите барлыҡҡа килтереүгә (аэро‑, гидроаэроионизация һ.б.) айырыла. Ф. йөрәк‑ҡан тамырҙары, тын алыу, терәк‑хәрәкәт, аш һеңдереү, нервылар һәм бәүел системалары ауырыуҙарын дауалау һәм иҫкәртеү өсөн, матдәләр алмашыныу боҙолғанда ҡулланыла. Ҡайһы бер венерик, онкологик, тире ауырыуҙары булғанда, йөрәк‑ҡан тамырҙары ауырыуҙары һ.б. киҫкенләшкәндә ҡулланырға ярамай.

Медицинала Ф. Ф. дауалау‑иҫкәртеү учреждениеларында, шифахана‑курорт учреждениеларында ҡулланыла. 20 б. 40‑сы йй. БДМИ‑ла (ҡара: Медицина университеты) Красноусол минераль һыу сығанаҡтары (Н.И.Савченко һ.б.), Респ. нейрофизиотерапевтик дауаханаһы хеҙм‑рҙәре м‑н берлектә (Е.И.Бром, В.Н.Никитин һ.б.) “Красноусол” шифаханаһының дауалау ләмдәре, “Янғантау” шифаханаһының газотермаль ванналары (Ғ.Н.Тереғолов) тәьҫире, 60‑сы йй. — Ҡорғаҙаҡ һыу сығанаҡтарының дауалау тәьҫире (Х.Х.Ганцева, Ш.З.Заһиҙуллин һ.б.), периферик нервылар һәм терәк‑хәрәкәт системалары ауырыуҙары булғанда амплипульсотерапия ысулы (З.Х.Ҡайбышева, Л.М.Ҡотошова, А.И.Слободчикова), 80‑се йй. — сирингомиелия ваҡытында үҙәк гемодинамикаға радон ванналары тәьҫире (Ә.Ғ.Ғәлләмов) тикшерелә. 90‑сы йй. алып сирингомиелия булғанда 2%‑лы церулоплазмин эретмәһенең эндоназаль электрофорезын ҡулланыу (Н.А.Борисова, Р.Ғ.Вәлиев, Р.Х.Ниғмәтуллин), диабетик ангиопатияны һәм аҫҡы ослоҡтар нейропатияһын комплекслы дауалауҙа түбән йышлыҡлы магнитотерапия һәм радон ванналарының бергә тәьҫир итеүе (Вәлиев, Ғәлләмов), алкоголь м‑н ағыуланғанда лазер нурланышы тәьҫире (Л.Т.Иҙрисова), умыртҡалыҡтың деформациялы артрозы һәм остеохондрозы булған ауырыуҙарҙы дауалағанда гальваник ток, ультратауыш, дауалау физкультураһы һәм массаж м‑н берлектә геотермаль быуҙар, газдар ҡулланыу (Р.Р.Бәҙретдинов), йөрәк‑ҡан тамырҙары һәм терәк‑хәрәкәт системалары ауырыуҙары булғанда “Турбомагнитотрон” аппаратында дөйөм түбән йышлыҡлы магнитотерапия ҡулланыу (Ә.Н.Бикбулатова, Вәлиев, Ғәлләмов һ.б.) өйрәнелә. БДМУ‑ның дипломдан һуң белем биреү ин-тында 1997 й. Ғәлләмов етәкс. физиотерапия һәм курортология курсы, 2001 й. Л.Т.Ғилметдинова етәкс. БДМУ‑ның Тергеҙеүсе мед. һәм курортология ҒТИ‑нда төрлө ауырыуҙарҙы физиотерапевтик дауалау технологиялары эшләнә һәм камиллаштырыла.

Ветеринарияла Ф. 20 б. 70‑се йй. БАХИ‑ла (ҡара: Аграр университет) сусҡа балалары рахитын (С.А.Ивановский), быҙауҙар бронхопневмонияһын (В.Г.Кирилов) комплекслы дауалауҙа ҡояш радиацияһы һәм яһалма УФ‑нурланыш тәьҫире, төрлө ауырыуҙар ваҡытында хайуандарҙың ҡаршы тороу һәләтенә һәм иммун статусына яһалма аэроионлашыу тәьҫире (Е.П.Дементьев һ.б.) өйрәнелә.

Ә.Ғ.Ғәлләмов, В.Г.Кирилов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика