ФИЗИОЛОГИЯ (гр. physis — тәбиғәт һәм ...логия), бөтөн организм һәм уның өлөштәре: системалары, ағзалары, туҡымалары һәм күҙәнәктәренең йәшәү эшмәкәрлеге процестары т‑дағы фән. Тикшереү объекттары б‑са кеше, хайуандар һәм үҫемлектәр Ф. бүләләр.

Кеше Ф. 20 б. 30‑сы йй. БДМИ‑ла Н.С.Спасский етәкс. дизентерия токсиндарының һәм ҡайһы бер физиол. факторҙарҙыңйөрәк‑ҡан тамырҙары системаһына тәьҫире; 30‑сы йй. аҙ. — 40‑сы йй. башында С.С.Серебренников етәкс. үҙәк нервы системаһының (ЦНС) мускулдарға һәм аш һеңдереү аппараттарына, ҡан тамырҙары‑рефлексоген зоналарҙың мейе эшмәкәрлегенә тәьҫире; 40‑сы йй. уртаһынан алып В.В.Петровский етәкс. ҡан әйләнеше көйләнешендә лимфалар системаһының роле өйрәнелә. 50‑се йй. БДУ‑ла А.С.Дмитриев етәкс. юғары нервы эшмәкәрлеге Ф. (ҡара: Психофизиология), 60‑сы йй. — һау һәм ауырыу организмдың йөрәк‑ҡан тамырҙары системаһына УФ‑нурланыш, т‑ра, баҫым, химик берләшмәләр һ.б. тәьҫире (В.С.Куприянов) һ.б. тикшеренеүҙәр башлана. 70‑се йй. З.Ә.Ихсанов етәкс. дизентерия токсины м‑н ағыуланыу процесында нервы системаһы реактивлығының әһәмиәте һ.б., иртә ҡартайыу Ф. һәм уны иҫкәртеү саралары, эритропоэздың ҡайһы бер механизмдарына синокаротид рефлексоген зона денервацияһының тәьҫире (А.Ғ.Ғиззәтуллин), лимфа тамырҙары тонусына фармакол. саралар (З.Т.Вәлиева), веналар тонусына ҡайһы бер фармакол. матдәләр тәьҫире (У.Т.Аллабирҙин, С.М.Мочалов һ.б.) тикшерелә. 80—90‑сы йй. кеше һәм хайуан организмдарының тирә‑яҡ мөхиттең үҙгәреүсән шарттарына яраҡлашыу реакцияһы (Ғиззәтуллин), кеше мейеһенең функциональ морфол. һәм нейроэндокринологияһы (Л.Б.Кәлимуллина) өйрәнелә, ҡан системаһында 2,4‑дихлорфеноксиуксус кислотаһының амин тоҙо тыуҙырған боҙолоштар, гемолитик анемия булғанда эритрондың адаптацион мөмкинлектәре асыҡлана (Ә.Ф.Ҡәйүмова). 21 б. башынан Ҡәйүмова етәкс. стресс ваҡытында кеше һәм хайуандарҙың баш мейеһендә, ағзаларында, туҡымаларындағы үтә әкрен электрофизиол. процестар (Л.Н.Шәфиева), ҡан системаһына экологик факторҙар тәьҫире (Ә.Ф.Ғайсина), полихлорлы бифинилдар тәьҫирендә организмдың функциональ торошо һәм лейкопоэз үҙгәрештәре (Ю.Б.Великомолова, И.Р.Сабирова), ишемик инсульт ваҡытында ирекле‑радикал окисланыу торошо (О.С.Киселёва) тикшерелә.

Хайуандар Ф. 30‑сы йй. БАХИ‑ла Л.С.Пирогов етәкс. ат йөрәге Ф., ҡандың резерв һелтелеген билдәләү алымдары һ.б., 50—80‑се йй. П.Т.Тихонов етәкс. бауырҙың һәм ашҡаҙан аҫты биҙенең тышҡы секрет бүлеү функцияһы, көйшәүсе хайуандарҙа аш һеңдереү Ф., гормондарҙың, антгельминтиктар,нейротроп препараттарҙың, умартасылыҡ продукттарының һ.б. аш һеңдереү системаһына һәм матдәләр алмашыныуына тәьҫире (С.Б.Ғәниев, В.В.Иҙиәтуллина, В.Н.Поляков, Л.Р.Рәхимова, Р.Н.Уйылданов һ.б.), 90‑сы йй. алып П.Я.Гущин етәкс. а.х. хайуандарының физиол. функцияларының биоритмологик законлыҡтары өйрәнелә, мал ашатыуҙың һәм биологик актив матдәләр ҡулланыуҙың яңы принциптары эшләнә (Р.Х.Авзалов, А.Х.Кәлмәтов, Э.Р.Румянцева, И.Р.Хәбибуллина һ.б.). 90‑сы йй. аҙ. минераль ашатыуға бәйле биогеохимик факторҙарҙың физиол.‑биохимик процестарға һәм хайуандар организмының ҡаршы тороу үҙсәнлектәренә тәьҫире тикшерелә (Р.Х.Ғимаҙиев, В.Р.Хәйерзаманов, И.М.Яҡупов һ.б.). Авзалов етәкс. а.х. малдарының физиол.‑биохимик паспортын булдырыу, уларҙы йәшәү мөхитенә адаптация б‑са тикшеренеүҙәр алып барыла. 90‑сы йй. башлап Ауыл хужалығы институтында матдәләр алмашыныуы Ф. һәм а.х. малдарының яраҡлашыуы мәсьәләләре өйрәнелә (Н.Г.Фенченко һ.б.).

Үҫемлектәр Ф. 40‑сы йй. БАХИ‑ла Урал алды дала зонаһында кукуруздың, шәкәр сөгөлдөрөнөң төрлө сорттарының шытымы, үҫеше һәм уңышы формалашыу законлыҡтары (Б.М.Сәхәүетдинов һ.б.), 60—80‑се йй. ҡыяҡлы игендең үҫешенә, фотосинтезына, йәшелсә культуралары уңышы формалашыуының физиол. үҙенсәлектәренә азотлы ашламаларҙың тәьҫире (Н.Ә.Ғәлиев) тикшерелә. 90‑сы йй. алып иген культураларының шытымына, үҫешенә һәм бәшмәк ауырыуҙарына тотороҡлолоғона физиол. актив матдәләрҙең тәьҫире өйрәнелә (О.В.Радцева, Г.М.Рәхимова һ.б.). 50‑се йй. уртаһынан Биология институтында үҫемлектәрҙең насар мөхит шарттарына тотороҡлолоғо (В.К.Ғирфанов, Л.Г.Добрунов һ.б.), уның гормональ көйләнеше механизмдары (Д.С.Веселов, Г.Р.Ҡоҙаярова һ.б.) тикшерелә, үҫемлектәрҙе локаль минераль ашлауҙың физиол. һәм агрохимик ысулдары эшләнә (И.И.Иванов, В.К.Трапезников һ.б.). 70‑се йй. алып ағас үҫемлектәренең экологик Ф. (А.Ю.Кулагин, Ю.З.Кулагин, Л.И.Сергеев, К.А.Сергеева һ.б.), 80‑се йй. — йәшәү стратегияһы төрлө булған үҫемлектәрҙең экологик Ф. һәм яраҡлашыуы б‑са (З.Ф.Рахманҡолова, И.Й.Усманов һ.б.) тикшеренеүҙәр алып барыла. 60‑сы йй. башынан Биохимия һәм цитохимия бүлегендә үҫемлектәрҙең физиол. процестарына молекуляр‑генетик һәм биохимик тикшереүҙәр үткәрелә (В.Г.Конарев), насар йоғонтоға тотороҡлолоғоноң сәбәпсеһе булған нуклеин‑аҡһым алмашыныуы әүҙемлеге өйрәнелә (В.А.Вәхитов, Ш.Й.Ғиләжетдинов, Р.Р.Әхмәтов һ.б.). О.Н.Кулаева эшен дауам итеүселәр үҫемлектәрҙең ҡоролоҡҡа,тоҙланыуға, ауыр металдарға, ауыл хужалығы һәм урман культуралары ауырыуҙарын тыуҙырыусыларға һ.б. тотороҡлолоғоноң молекуляр механизмдарын, үҫемлектәрҙең һаҡлау реакцияларының гормональ көйләү механизмдарын тикшерәләр һәм үҫемлекселектә үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәрен ҡулланыуҙың стратегияларын (Ф.Р.Ғималов, И.В.Максимов, Ф.М.Шакирова һ.б.) эшләйҙәр. 50—70‑се йй. БДУ‑ла Г.В.Заблуда етәкс. үҫемлектәрҙең  төрлө т‑ра һәм яҡтылыҡ режимдарында ҡоролоҡҡа сыҙамлылығы, шытымы һәм үҫеше, үҫемлектәр онтогенезына үҫеш көйләгестәренең һәм башҡа физиол. актив матдәләрҙең тәьҫир итеү механизмдары өйрәнелә (Д.И.Ҡасимова, Т.А.Эмих), үҫемлектәрҙә төрлө махсус берләшмәләрҙе идентификациялау ысулдары эшләнә (Усманов, А.В.Щербаков һ.б.). Органик химия институты, Сибай институты ғалимдары м‑н берлектә тышҡы шарттар тәьҫирендә биосинтез көйләнеше һәм матдәләр тупланыу механизмдары тикшерелә (Усманов, С.И.Йәнтүрин, Ә.Ә.Әминева һ.б.). БДУ‑ла һәм Биол. ин‑тында үҫемлектәрҙең йәшәү эшмәкәрлегендә метаболизм һәм фитогормондарҙың роле (С.Ю.Веселов, Ҡоҙаярова һ.б.), үҫемлектәрҙең стресҡа яраҡлашыуы ваҡытында энергетик алмашыуҙың көйләнеш механизмдары, төрлө шарттарҙа фотосинтез һәм тын алыуҙың үҙ‑ара бәйләнеше тикшерелә (Рахманҡолова).

С.Б.Ғәниев, Ә.Ф.Ҡәйүмова, О.В.Радцева, З.Ф.Рахманҡолова

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика