ФИЗИКА ИНСТИТУТЫ, 1919 й. окт. Өфөлә ин‑т булараҡ ойошторола, 1932 й. алып ҒТИ, 1937 й. ябыла. Ф.и. беренсе (Үҙәк) бүлеге Өфө икенсе ҡыҙ балалар гимназияһының физика кабинеты базаһында ойошторолған. БАССР‑ҙың Мәғариф ХК ҡарамағында була. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: Өфөнөң уҡыу йорттарында физика, химия, биология фәндәрен уҡытыу, ғилми‑тикшеренеү эштәрен үткәреү, приборҙар уйлап сығарыу, яһау, ремонтлау һ.б. Ин‑т составына 1932 й. 9 физика, 1 химия, 1 биол. кабинеттарынан торған Үҙәк уҡыу‑уҡытыу кабинеты инә. Китапханаһы, приборҙар музейы, эксперименталь оҫтахана һәм электр‑физика (етәкс. Е.Н.Грибанов), термик (П.Г.Лавров), физика‑техника (А.И.Глазырин), химия (Е.М.Губарев), үлсәү приборҙары (1934; В.М.Рябинин) лаб. (1933 й. нигеҙләнә) була. 1923 й. алып Ф.и. эргәһендә физика уҡытыусыларын яңынан әҙерләү б‑са ике аҙналыҡ курстар эшләй. 1919 й. Үҙәк бүлек – 10, 1932 й. – 62 (ш. иҫ. 6 юғары уҡыу йорто) уҡыу йортон хеҙмәтләндерә. 1923 й. 15 кеше эшләгән (ш. иҫ. 4 оҫтахана хеҙм‑ре, 1932 й. – 6). Ин‑т хеҙм‑рҙәре тарафынан Ҡояш тажы һәм Ҡояш тотолоуҙы күҙәтеү үткәрелә (К.П.Краузе, Н.Г.Пономарёв), респ. һауаһының, тупрағының, һыуҙарының радиоактивлығы (Грибанов), нервы системаларындағы физиол. һәм биол. процестар (Л.Л.Васильев) өйрәнелгән. Металдарҙың химик анализ ысулдары (Г.И.Каликинский) уйлап сығарылған, фотолюменисценция (Н.З.Андреев), аҡһымдарҙы химик реагенттар м‑н эшкәрткән ваҡытта уларҙың бүртеү процесы, майлы кислоталар алыу өсөн урындағы юғары парафинлы нефттәрҙе окисландырыу (Губарев), авитаминоз проблемалары (Г.Г.Штехер) һ.б. тикшерелгән. Лавров тарафынан ҡаты есемдәрҙең һәм шыйыҡ хәлдәге матдәләрҙең йылылыҡ үҙсәнлектәрен билдәләү приборҙары (улар торф, күмер, нефть кеүек урындағы яныусан материалдарҙы тикшереү, ҡаты есемдәрҙең оҙонайыу коэф. билдәләү өсөн ҡулланылған); Глазырин – механика б‑са приборҙар комплекты; илдең уҡыу йорттары һәм завод лаб. өсөн 23 төр прибор (1932) уйлап сығарылған. Ф.и. хеҙм‑рҙәре тарафынан түбәндәге хеҙмәттәр нәшер ителгән: “Электрондар теорияһы күҙлегенән электр” (“Электричество с точки зрения теории электронов”, 1927 й.; Глазырин), “Радиотехника нигеҙҙәре” (“Основы радиотехники”, 1934 й. башҡ. телендә; Грибанов). 1924 й. алып ин‑т Рәсәй физиктары ассоциацияһына ингән (1929 й. алып Ф.и. эргәһендә Өфө бүлексәһе эшләгән). Ф.и. ҡатнашлығында 1‑се респ. радиокүргәҙмәһе ойошторолған (Өфө, 1929 й,). Институтты ойоштороусы һәм дир. – Краузе (1919–37 йй.).

Әҙәб.: КраузеК.П. Уфимский физический институт //Культурное строительство в Башкирии за 15 лет. Уфа, 1934; ЕргинЮ.В. Уфимский физический институт (1919–1937). 2-е изд., доп. Уфа, 2006.

Ю.В.Ергин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Өфө Физика институты:

1 – приборҙар музейы; 2 – эксперименталь оҫтаханаһы; 3 – институт оҫтаханаларында яһалған көҙгөлө гальванометр

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика