ФИЗИКА БУЙЫНСА БЕЛЕМ БИРЕҮ, уҡыу йорттарында физика б‑са белем алыу, уны инженерлыҡ‑техник һәм тикшеренеү мәсьәләләрен сисеү өсөн ҡулланыу ысулдарына эйә булыу системаһы; юғары квалификациялы белгестәр әҙерләү. Махсус һәм дөйөм Ф.б.б.б. бүленә. Физика б‑са махсус белемде юғары уҡыу йорттарында, дөйөм белемде – урта белем, урта профессиональ белем биреү йорттарында алалар. Башҡортостанда  Ф.б.б.б. 1917 й. Өфө Уҡытыусылар институтының физика-матем. бүлеге һәм 1919 й. Өфө Физика институты асылыуға бәйле үҫеш ала. Ф.б.б.б. өлкәһендә белгестәр Башҡорт дәүләт университетының Физик‑техник ин‑тында (составында дөйөм физика, теоретик физика, геофизика, ғәмәли физика, физик электроника һәм нанофизика, статистик радиофизика һәм элемтә, наноматериалдар физикаһы һәм наноматериалдар технологияһы каф. бар) әҙерләнә. Фәнни һәм педагогик эшмәкәрлек өлкәһендәге белгестәр 1939 й. алып Бөрө социаль-педагогия академияһында дөйөм физика, теоретик физика һәм физик электроника, ғәмәли математика һәм механика каф., 1940 й. – Стәрлетамаҡ педагогия академияһында дөйөм физика, теоретик физика һәм физика уҡытыу методикаһы каф.,  1967 й. – Педагогия университетында дөйөм һәм теоретик физика, ғәмәли физика һәм нанотехнологиялар каф. әҙерләнә. Юғары уҡыу йорттарында уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу формаларында, бакалавриатта, магистратурала алып барыла. Махсус Ф.б.б.б. үҫешенә юғары уҡыу йорттарының ғилми‑тикшеренеү ин‑ттары м‑н берлектә эшләүе булышлыҡ итә. 1999 й. Молекулалар һәм кристалдар физикаһы ин-тында БДУ, БДПУ, Бөрө соц.‑пед. акад., СДПА м‑н берлектә эксперименталь һәм теоретик физика каф., БДУ‑ла 2008 й. Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары ин‑ты м‑н берлектә – физика һәм наноматериалдар технологияһы каф. асыла. БДУ‑ла, БДПУ‑ла, Бөрө соц.‑пед. акад., СДПА‑ла, Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары ин-тында, Молекулалар һәм кристалдар физикаһы ин‑тында аспирантура, кандидатлыҡ һәм докторлыҡ дисс. яҡлау б‑са советтар эшләй. Өҙлөкһөҙ Ф.б.б.б. программаһы БДПУ‑ның квалификация күтәреү һәм проф. йәһәттән яңынан әҙерләү ин‑тында, Мәғарифты үҫтереү институтында алып барыла. Ф.б.б.б. үҫешенә Н.Н.Боголюбов, К.А.Вәлиев, Е.Н.Грибанов, И.Л.Дворкин, Г.И.Жерехов, К.П.Краузе, Н.М.Крылов, В.Е.Лашкарёв, С.И.Пекар, В.И.Романов, Ф.Л.Сәйәхов, В.С.Смирнов, М.М.Фарзетдинов, М.Ә.Шәмсетдинов һ.б. өлөш индергән.

Әҙәб.: ЕргинЮ.В. У истоков университетского образования: очерки о предыстории  Башкирского государственного университета. 2-е изд., доп. Уфа, 2009.

Е.Г.Екомасов, Ю.В.Ергин, Р.Ә.Яҡшыбаев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика