БАЛА СЫТЫРМАН, Фёдоровка р‑нындағы ауыл, Бала Сытырман а/ с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 23 км һәм Мәләүез т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 40 км алыҫлыҡта Ашҡаҙар й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 585 кеше; 1920 — 583; 1939 — 662; 1959 — 960; 1989 — 1584; 2002 — 1617; 2010 — 1426 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Урта һәм муз. мәктәптәре, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто (“Замандаш” башҡ. халыҡ фольклор ансамбле), китапхана, мәсет бар.

Ауылға Стәрлетамаҡ өйәҙе Юрматы улусы Сытырман а. башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1816 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1795 й.) алып билдәле. Шулай уҡ Кесе Сытырман исеме м‑н иҫәпкә алынған. 1865 й. 42 йортта 230 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, 8 һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, һыу тирмәне, бакалея кибете теркәлгән; улус идараһы урынлашҡан. Ауыл янында Бала Сытырман ҡурғандары бар. В.Н.Антошкин, Н.А.Шергенг ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Ю.Ғәримов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика