ФИЗИК ЭЛЕКТРОНИКА, фән һәм техниканың вакуумдағы, газдарҙағы, шыйыҡ, ҡаты есемдәрҙәге һәм плазмалағы, ш. уҡ уларҙың сиктәрендәге физик күренештәрҙе электрон приборҙар һәм ҡоролмалар төҙөү маҡсатында өйрәнеүсе өлкәһе; электрониканың теоретик нигеҙе. Төп бүлектәре: зарядланған өлөшсәләрҙең эмиссияһы; вакуумда зарядтарҙың күсерелеүе; ҡаты есемле микро‑ һәм наноструктураларҙағы, молекуляр структураларҙағы һәм кластерҙарҙағы, электр үткәреүсе, ярым үткәргес һәм йоҡа диэлектрик плёнкаларҙағы һәм ҡаплауҙарҙағы; плазмалағы физик күренештәр. Башҡортостанда Ф.э. 20 б. 70‑се йй. үҫеш ала. Башҡорт дәүләт университетында ярым үткәргестәр һәм металдарҙың электр ҡыры эмиссияһы микроскопияһы һәм спектроскопияһы, ҡаты есемдәрҙең өҫкө йөҙөндәге адсорбция һәм диффузияның теорияһы уйлап табылған; эйәртелеүле булмаған электр яғынан актив полимер ҡатламлы катодтарҙан электрондарҙың һалҡын электр ҡыры эмиссияһы, молекуляр‑нурланыш эпитаксияһы ысулы м-н бәләкәй үлсәмле гетероструктуралар булдырыу б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелгән; ярым үткәргес электр ҡыры эмиттерҙарының флуктуация спектроскопияһы үҫеш ала; электрлашыу процестарын өйрәнеү өсөн приборҙар эшләнә (Р.З.Бәхтизин, С.С.Гоц, Ю.М.Йомағужин). Молекулалар һәм кристалдар физикаһы институтында йоҡа полимер плёнкаларҙың электр үткәреүсәнлегенә тышҡы факторҙарҙың (механик баҫым, электр һәм магнит ҡырҙары, т‑ралар градиенты, мөхиттең химик составы) тәьҫире тикшерелгән; баҫым, т‑ра, электр һәм магнит ҡырҙары, газдарҙың химик составы, эретмәләрҙең рН күрһәткесе, металл конструкцияларҙағы фазалар күсеүе һәм структура үҙгәреүҙәре өсөн наноүлсәмле электронлы датчиктар төҙөүҙең; ике үлсәмле электрон газында юғары йышлыҡлы ҡыр транзисторы; мониторҙар һәм яҡтылыҡ сәсеүсе панелдәр өсөн яҡтылыҡҡа һиҙгерлеге юғары булған һәм яҡтылыҡ сәсеүсе структуралар төҙөүҙең теоретик нигеҙҙәре уйлап табыла (А.Н.Лачинов, В.М.Корнилов). Педагогия университетында эйәртелеүле булмаған йоҡа полимер плёнкаларҙа электр зарядының күсерелеүе (Р.Б.Сәлихов), Бөрө соц.‑пед. акад. – полимер материалдарҙағы электр күренештәре б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә (А.Ф.Пономарёв). Шулай уҡ ҡарағыҙ: Атомдар һәм молекулалар физикаһы.

А.Ф.Пономарёв

Текст на русском языке

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика