ФИЗИК КУЛЬТУРА, кеше һаулығын нығытыуға, физик мөмкинселектәрен үҫтереүгә һ.б. йүнәлтелгән йәмғиәттең дөйөм культураһының бер өлөшө. Күмәк Ф.к. һәм дауалау физкультураһы айырыла. Башҡортостанда күмәк Ф.к. үҫеше 20 б. башында Өфө физик күнекмәләрҙе яратыусылар йәмғиәте, 1907 й. Өфө уҡыу йорттары уҡыусыларын физик тәрбиәләү йәмғиәте асылыуға бәйле. 20‑се йй. башынан традицион комплекслы күмәк спорт ярыштары (ҡара: Спартакиада) үткәрелә башлай. 1923 й. БашҮБК эргәһендә эшселәрҙе физик тәрбиәләү б‑са фәнни, уҡыу һәм ойоштороу эштәрен координациялаған Юғары физик культура һәм спорт советы ойошторола. 1925 й. алып Ф.к. артабан үҫтереү маҡсатында спорт йәмғиәттәре булдырыла. 1932 й. — физкультура белеме биреү тормошҡа ашырыла, 1934 й. — спорт ҡоролмалары төҙөлә. БР‑ҙың 2008 й. 24 нояб. “Башҡортостан Республикаһында физик культура һәм спорт тураһында” законына һ.б ярашлы физкультура‑спорт хәрәкәте үҫешә (ҡара: Спорт). Йыл һайын бөтә Рәсәй күмәк саралар үткәрелә: “Рәсәй саңғы эҙе” (1983 й. алып), “Милләттәр кросы” (2004 й. алып), “Ҡыҙғылт һары туп көнө” һәм “Рәсәй азимуты” (икеһе лә — 2006 й. алып); Ф.к. һәм спорт м‑н 833,9 меңдән ашыу кеше шөғөлләнә (2010).

С.Ю.Никитина

Тәрж. Ғ.Р.Бердина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика