ТӨМӘН ӨЛКӘҺЕ, РФ субъекты. Көнбайыш Себер тигеҙлегендә урынлашҡан. Коми Респ., Красноярск крайы, Ҡаҙағстан, Ҡурған өлкәһе, Омск өлкәһе, Свердловск өлкәһе, Томск һәм Архангельск өлк. м‑н сиктәш. Үҙәге — Төмән ҡалаһы. 1944 й. 14 авг. ойошторолған. Ханты-Манси авт. округы — Юграны һәм Ямал-Ненец авт. округын үҙ эсенә ала; 38 район, 29 ҡала, 34 ҡала тибындағы ҡасабанан тора. Урал федераль округына инә. Майҙаны — 1435,2 мең км2.

Халҡы — 3,39 млн кеше, ш. иҫ. 46,4 мең башҡорт (2010). Халҡының уртаса тығыҙлығы — 2,3 кеше/км2. Халҡының тәбиғи артыуы — 7,1 мең кеше. Урбанизация — 78,1%; ҙур ҡалалары — Төмән (581,9 мең кеше), Сорғот (306,7 мең), Түб. Варта (251,9 мең), Нефтеюганск (123,3 мең), Ноябрьск (110,6 мең), Яңы Уренгой (104,1 мең), Тубыл (99,7 мең), Иҡт. әүҙем халҡының һаны — 1806,7 мең кеше. Миграция иҫәбенә артыу — 8,5 мең кеше. Милли составы (%): урыҫтар— 73,3, татарҙар— 7,5, украиндар— 4,9, башҡорттар — 1,5 һ.б.

15—16 бб. аҙ. Башҡортостандың Урал аръяғы терр‑яһы Себер ханлығы составында, 16 б. 2‑се ярт. — 18 б. уртаһында Төмән һәм Тубыл воеводалары ҡарамағында булған. Урал аръяғы башҡорттары яһаҡты Тубылға алып барған. 17 б. 2‑се ярт. Тубыл йәрминкәһендә йәнлек тиреләре (ҡара: Ҡиммәтле тиреле йәнлектәр) м‑н сауҙа иткәндәр; 19 б. 1‑се ярт. Төмәнгә Көньяҡ Уралдан металл һәм металл әйберҙәр килтерелгән. Урал аръяғы биләмәләре башҡорт ихтилалдары (1718 бб.) зонаһында булған. Башҡ. ихтилалдарын [ҡара: Башҡорт ихтилалы(166264), Башҡорт ихтилалы (168184), Башҡорт ихтилалы (170411)] баҫтырыу өсөн Тубылдан һәм Төмәндән хөкүмәт ғәскәрҙәре ебәрелгән. 18—19 бб. Себер сик һыҙығы (ҡара: Нығытмалы сик һыҙыҡтары) төҙөлгән, уның көнбайыш өлөшөндә башҡорттар хеҙмәт иткән. 1921 й. Башҡ. респ. һәм Өфө губернаһы Төмән губ. аҙыҡ-түлек ярҙамы алған (ҡара: Аслыҡ). 60‑сы йй. БАССР белгестәре тарафынан Төмәндә геофизика хеҙмәте ойошторолған, Шаим, Самотлор һ.б. ятҡылыҡтар үҙләштерелгән (Р.Х.Аллаяров, А.Ғ.Иҫәнғолов, Г.К.Петров, А.Д. Шакшин һ.б.). “Востокнефтепроводстрой”, “Нефтепроводмонтаж” һ.б. пр‑тиелар Т.ө. төньяғы—Урал—Волга буйы—Үҙәк, Уренгой—Үҙәк, Усть-Балык—Ҡурған— Өфө—Әлмәт һ.б. үткәргес торбалар һалыуҙа ҡатнашҡан. Хәҙер “Башнефть” пр‑тиеһы Ханты‑Манси авт. округында яңы нефть ятҡылыҡтарын үҙләштереүҙә ҡатнаша.

БР һәм Ханты‑Манси авт. округы (1997, 1998), БР һәм Ямал‑Ненец авт. округы (2012), Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм Т.ө. Хөкүмәте (1998, 2012), Ханты‑Манси (1995), Ямал-Ненец (1998) авт. округтары хакимиәттәре араһында хеҙмәттәшлек, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтай һәм Ханты- Манси авт. округы думаһы (1998, 2005), БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай һәм Төмән өлкә думаһы (2009) араһында — закондар сығарыу эшмәкәрлегендә хеҙмәттәшлек, БР Хөкүмәте һәм “Төмән нефть компанияһы” ААЙ араһында хеҙмәттәшлек (1998) т‑да килешеүҙәргә һ.б. ҡул ҡуйылған. 1991 й. алып БР һәм Т.ө. “Оло Урал” Төбәк-ара РФ субъекттарының иҡт. бәйләнеше ассоциацияһына инә. Т.ө. төбәк вәкиллеге бурыстарын БР‑ҙың Силәбе өлк. даими вәкиллеге (Силәбе ҡ., 1998), Ханты-Манси авт. округында “Башҡортостан сауҙа йорто” (Сорғот, 2008) башҡара.

2008 й. БР м‑н Т.ө. араһында сауҙа әйләнеше 2008 й. 8,24 млрд һум тәшкил иткән. Т.ө. делегаттары 1— 4‑се Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында [ҡара: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)] ҡатнашҡан. Т.ө. терр‑яһында Башҡортостан ғалимдары геология-разведка эштәре өлкәһендә тикшеренеүҙәр алып бара. “Башҡортостан—99” күргәҙмә-йәрминкәһе (Түб. Варта, Сорғот), “Эшлекле Башҡортостан” күргәҙмәһе (2003), Башҡ. мәҙәниәте көндәре (2006; икеһе лә — Сорғот) үткәрелә. Ханты-Манси авт. округында Башҡорт драма театры, Башҡорт филармонияһы, Сибай филармонияһы, Стәрлетамаҡ филармонияһы, “Каруанһарай” фольклор-эстрада төркөмө, “Берғамыт” халыҡ бейеүҙәре ансамбле (Ишембай ҡ.) гастролдәре үтә. Ханты-Манси авт. округында — 8, Ямал- Ненец авт. округында 3 башҡорттарҙың йәмәғәт берекмәһе бар. Т.ө. мәктәптәр башҡ. телендәге дәреслектәр м‑н тәьмин ителә, БР‑ҙа Т.ө. килгән уҡыусылар һәм абитуриенттар гимназия, колледж, мәктәп-интернат һәм вуздарға маҡсатлы ҡабул ителә. Ноябрьскиҙа һәм Сорғотта 2 мәктәптә башҡорт теле өйрәнелә. Т.ө. тыуып үҫкән Г.Е.Баннов, Р.В.Овчинников, Ю.Д.Ступалов һ.б. эшмәкәрлеге Башҡортостан м‑н бәйле.

Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. М.Х.Хужин