ФИЗИК ГЕОГРАФИЯ, Ерҙең геогр. ҡабығын, төҙөлөшөн, динамикаһын, уның айырым компоненттарының арауыҡта таралыуын һәм бер‑береһе м‑н тәьҫир итешеүен өйрәнгән фән. Дөйөм ер белеменә, ландшафты өйрәнеүғилеменә бүленә. Геоморфология, климатология, гидрология, иҡтисади һәм социаль география, картография, экология һ.б. м‑н бәйле. Ф.г. айырым төбәктәрҙең тәбиғәтен һәм тәбиғи процестарын, тәбиғәтте рациональ файҙаланыуҙың проблемаларын һәм кешенең тирә‑яҡ мөхиткә йоғонтоһон тикшерә. БР‑ҙа тәбиғәт шарттарын һәм тәбиғәт ресурстарын иҫәпкә алыу һәм баһалау өсөн физик‑географик районлаштырыу үткәрелә. БР‑ҙың Ф.г. үҫешенә И.М.Крашенинников, Н.В.Башенина, А.А.Борзов, Г.В.Вахрушев, И.П.Кадильников, В.А.Балков, А.А.Цветаев, Ф.Ә.Мәҡсүтов һ.б. ҙур өлөш индерә. БР‑ҙың Ф.г. проблемалары БДПУ һәм БДУ‑ла өйрәнелә.

Тәрж. И.М.Япаров

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика