ФӘХРЕТДИНОВА Хәҙисә Сиражетдин ҡыҙы (1.8.1938, БАССР‑ҙың Көйөргәҙе р‑ны Төкән а.), дерматовенеролог. Мед. ф. д‑ры (2000), проф. (2002). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2003). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1969) 1972 й. тиклем Стәрлетамаҡ, 1975 й. — Өфө ҡала тире‑венерология диспансерҙарында эшләй. 1978 й. алып БДМУ‑ла (2002 й. дипломдан һуң белем биреү ин‑тының дерматовенерология курсы мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге сифилис һәм енси юл аша тапшырылған башҡа инфекциялар, микроспория, псориаз, тире ауырыуҙарының һ.б. эпидемиологияһын, клиник үҙенсәлектәрен өйрәнеүгә, уларҙы дауалауға, иҫкәртеүгә арналған. Ф. ҡатнашлығында микроспория, псориаз ауырыуы м‑н ауырығандарҙы дауалау ысулы һәм Microsporum canis үрсетеү өсөн туҡлыҡлы мөхит булдырылған. 140‑тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 2 уйлап табыу авторы. БР дерматовенерологтары йәмғиәте рәйесе (2004 й. башлап).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Яндекс.Метрика