ФӘТҠУЛЛИНА Флүзә Ғабдулла ҡыҙы (17.1.1958, БАССР‑ҙың Йәрмәкәй р‑ны Һыуыҡҡул а.), тел белгесе. Филол. ф. д‑ры (2002), проф. (2011). БР‑ҙың атҡ. мәғариф хеҙм‑ре (2011), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2015). БДУ‑ны тамамлаған (1983), 1984 й. алып шунда уҡ эшләй: 1987 й. тиклем хеҙм‑р, 1991 й. башлап (өҙөклөктәр м‑н) уҡытыусы, 2012 й. — урыҫ һәм сағыштырма филол. каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге тел берәмектәренең төрлө кимәлдәге семантикаһын өйрәнеүгә, тел һәм мәҙәниәттең үҙ‑ара бәйләнешенә, лексикографияға арналған. 230‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт, ш. иҫ. төрлө типтағы һүҙлектәр, вуз дәреслектәре, авторы.

Хеҙм.: Понятие деструкции в лексической семантике. Уфа, 2002; Отражение национальной языковой картины мира в реалиях Башкортостана. Уфа, 2014 (авторҙ.); Современное лингвокультурное пространство региональных СМИ. Уфа, 2016 (авторҙ.).

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов