ФӘТҠУЛЛИН Хөсәйен Ямалетдин улы [5.9.1887, Өфө губ. Златоуст өйәҙе Дыуан‑Мәсетле а. (БР‑ҙың Мәсетле р‑ны) — 12.5.1979, шунда уҡ], педагог. РСФСР мәктәбенең атҡ. уҡытыусыһы (1943), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1949). Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы. Ҡазан татар уҡытыусылар мәктәбен тамамлағандан һуң (1906) Пермь губ. Красноуфимск өйәҙе Шәкүр (хәҙ. Свердловск өлк. Түб. Һирге р‑ны) башланғыс мәктәбендә уҡыта. 1911—56 йй. (өҙөклөк м‑н) Дыуан‑Мәсетле урта мәктәбендә эшләй: 1925 й. алып дир. урынбаҫары, 1942—49 йй. директор. 1920—24 йй. БАССР‑ҙың Мәсәғүт кантоны (хәҙ. Ҡыйғы р‑ны) халыҡ мәғарифының кантон бүлеге мөдире. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1944, 1947). Ф. исеме Дыуан-Мәсетле урта мәктәбенә бирелгән (2001).

Д.А.Ғәлимов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Яндекс.Метрика