ФӘТҠУЛЛИН Ринат Абдулла улы (23.2.1939, БАССР‑ҙың Учалы р‑ны Илсе а.), географ. Геогр. ф. канд. (1974), проф. (1996). БР‑ҙың атҡ. халыҡ мәғарифы хеҙм‑ре (1997), СССР юғары мәктәбе отличнигы (1984), Рәсәйҙең геодезия һәм картография отличнигы (2003). Саңғы ярышы б‑са СССР‑ҙың спорт мастеры (1965). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1966) шунда уҡ эшләй. 1971—77 йй. Геология ин‑тында, бер үк ваҡытта 1974 й. алып БДПУ‑ла (1978—85 йй. һәм 1987—2003 йй. тәбиғи‑геогр. ф‑ты деканы). Фәнни эшмәкәрлеге респ. неотектоникаһын, геоэкологияһын, геоморфологияһын, рекреацион географияһын өйрәнеүгә арналған. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Природные условия Башкортостана. Уфа, 1994; Природные ресурсы Республики Башкортостан и рациональное их использова‑ние. Уфа, 1996; Современные движения земной коры, землетрясения, пещеры и другие природные явления Башкортостана. Уфа, 2007.

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Яндекс.Метрика