ТЕКӘН, Балтас р‑нындағы ауыл, Шауъяҙы а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 29 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 68 км алыҫлыҡта Башҡы й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 488 кеше; 1920 – 642; 1939 – 627; 1959 – 500; 1989 – 251; 2002 – 189; 2010 — 96 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Мәсет бар.

Ауылға Бөрө өйәҙе Ирәкте улусы башҡорттары Төкән исеме м‑н нигеҙ һала, 1786 й. алып билдәле. Шулай уҡ Тикән, Дүкән исеме м‑н теркәлгән. 1795 й. 12 йортта 52 кеше йәшәгән, 1865 й. (хәҙ. исемдә) 46 йортта – 293 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. ш. уҡ бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. Ғ.С.Сәйетов, Й.Т.Шакиров ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018