БАЛ ҠОРТТАРЫ (Apidae), яры ҡанатлылар отрядына ҡараған бөжәктәр ғаиләһе. Яҡынса 20 мең төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостанда 450‑нән ашыу төрө бар: йомро мегахила, бал ҡорто, оҫта ҡорт һ.б. Улар ғаилә м‑н йәшәй, ғаиләләре йомортҡа һалыусы инә ҡорттан (инә бал ҡорто, йәки “батшабикә”), эшсе ҡорттарҙан (енси ағзалары үҫешеп етмәгән, аталаныуға яраҡһыҙ инә ҡорттар) һәм ата ҡорттарҙан (әре ҡорт) тора. Кәүҙәһе ҡалын, оҙонлоғо 1,5—50 мм, ҡуйы ваҡ төктәр м‑н ҡапланған, ҡара, ҡараһыу һоро йәки көрән‑һары төҫтә. Ҡорһағы оҙонса цилиндр формаһында, эшсе ҡорттарҙыҡы ҡаяулы, ағыулы һәм балауыҙ (аҫҡы өлөшөндә) биҙҙәре урынлашҡан. Башы ҙур; ҙур күҙҙәре һәм өс ябай түбә күҙҙәре бар. Мыйыҡтары быуынтыҡлы, төрлө оҙонлоҡта. Ауыҙ аппараты ялаусы-кимереүсе, оҙонса моронло. Ҡанаттары һеңерсәле, үтә күренмәле, ярылы. Аяҡтары төклө һәм типке м‑н, алдағылары ырғаҡлы; күпселек төрҙәрҙең артҡы аяҡтарының сирағы яҫы, һеркә йыйыу һәм ташыу өсөн кәрзинкә барлыҡҡа килтерә. Ер аҫтында, серек ағаста, үҫемлек һабаҡтары ҡыуышлығында, таш аҫтында яһалған ояларҙа (нектар һәм һеркә м‑н тултырылған бер йәки бер нисә кәрәҙҙән тора, ошонда уҡ инә ҡорт йомортҡа һала) йәшәй. Балағорттары аяҡһыҙ. Ҡурсаҡҡа әйләнеүе оя күҙәнәге эсендә бара. Респ. шарттарында йылына бер йәки бер нисә быуын үҫешә. Оло бөжәктәр ҡышлай. Көндөҙ әүҙем. Балағорттары һәм имагоһы нектар һәм сәскә һеркәһе м‑н туҡлана. Урманда, баҡсала, болонда, далала, баҫыуҙа йәшәйҙәр. Б.ҡ. — сәскәле үҫемлектәрҙе һеркәләндереүсе. Б.ҡ. бал, балауыҙ, һитә, прополис, инәҡорт һөтөн алыу өсөн үрсетәләр. Умартасылыҡ продукттары аҙыҡ‑түлек сәнәғәтендә һәм медицинала (ҡара: Апитерапия) ҡулланыла. Башҡорт бал ҡорто — БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына, ш. уҡ оҫта ҡорт, әрмән иңкеше, үҙгәреүсән иңкеш, таңҡа иңкеше РФ‑тың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

М.Ғ.Миһранов

Тәрж. Ә.Ә.Барлыбаева

Яндекс.Метрика