ФӘТИХОВ Рәшит Ғабдулла улы (3.9.1945, Өфө), хирург. Мед. ф. д‑ры (2004), проф. (2005). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1968) 1971 й. тиклем Бүрәт АССР‑ының Кырен үҙәк район дауаханаһының хирургия бүлексәһе мөдире. 1976 й. алып БДМУ‑ла эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге күкрәк хирургияһында эренле өҙлөгөүҙәрҙе иҫкәртеү, дауалау мәсьәләләренә, күкрәк ситлеге ағзалары патологияһы ваҡытында юғары технологиялы операциялар эшләүгә һәм индереүгә, үпкәнең специфик булмаған ауырыуҙарын хирургик дауалауға арналған. Ф. ҡатнашлығында күкрәк һөйәге һыныуын, күкрәк травмаһы ваҡытында ҡабырғалар каркасын тергеҙеү, пневмоэктомия ваҡытында дауалау ысулдары, плевра ҡыуышлығын дренажлау һәм таҙартыу өсөн яйланмалар һ.б. эшләнгән. 110‑дан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 9 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Грудная хирургия. Уфа, 2003 (авторҙ.); Профилактика и лечение бронхиальных свищей при нагноительных заболеваниях лёгких. Уфа, 2003 (авторҙ.); Избранные главы госпитальной хирургии (новые технологии). Уфа, 2007 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика