ФӘРХЕТДИНОВА Луиза Вәли ҡыҙы (30.10.1959, Өфө), педиатр. Мед. ф. д‑ры (2000), проф. (2002). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1983) Респ. балалар клиник дауаханаһында эшләй. 2001 й. алып Көнсығыш иҡт.‑юридик гуманитар акад.: 2003 й. — соц.-мед. фәндәре каф. мөдире, бер үк ваҡытта 2009 й. — Психология һәм соц.‑мәҙәниәт эше ин‑тында фән һәм практика б‑са дир. урынбаҫары; 2014 й. башлап БДПУ‑ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге сурдопедагогика, патофизиология, педиатрия, сәләмәт йәшәү рәүеше мәсьәләләренә арналған. Ф. тарафынан кеше организмының функциональ торошон диагностикалау һәм уның яраҡлашыу реакцияларын ҡулайлаштырыу, ш. уҡ йыш ауырыған балалар организмының функциональ торошон мед. һәм психологик‑пед. коррекциялау ысулдары эшләнә, ғәмәлгә индерелә. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 5 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Микотическая инфекция и антифунгальный иммунитет при оториноларингологической патологии. Уфа, 1996 (авторҙ.); Диагностика и коррекция иммунной реактивности детей с заболеваниями респираторного тракта при различных вариантах нарушения функционального резерва фагоцитирующих клеток крови. Уфа, 2005.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.