ФӘРХЕТДИНОВ Усман Рауил улы (18.12.1954, Өфө), терапевт. Мед. ф. д‑ры (2003). БР‑ҙың атҡ. табибы (2001), БР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2003). Р.Ғ.Фәрхетдиновтың улы. Ҡазан мед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1978) 5‑се һәм 13‑сө дауаханаларҙа эшләй; 1983 й. алып 21‑се дауаханала бүлексә мөдире (бөтәһе лә — Өфө), бер үк ваҡытта 2006 й. башлап БДМУ‑ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге бронхы‑үпкә ауырыуҙары ваҡытында патологик процестар үҫеүенең молекуляр механизмдарын өйрәнеүгә һәм төҙәтеүгә арналған. Ф. ҡатнашлығында пневмонияны стадияларға айырып диагностикалау, хроник бронхит м‑н ауырығандарҙа шешеү процесының әүҙемлеген һәм тибын, үпкәнең специфик булмаған ауырыуҙары м‑н ауырығандарҙа биол. субстраттарҙы антиокислау әүҙемлеген баһалау һ.б. ысулдар эшләнгән. 120‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 5 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Саногенез (о науке и практике врачевания). СПб., 2009 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика